Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы

Просмотров: 1268

ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы (1.4.1956, Өфө ҡ. — 18.4.2021, Стәрлетамаҡ ҡ.), сценограф. БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). Х.Ғиләжевтең улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогы М.Н.Арыҫланов). 1984 й. СССР‑ҙың Бәләкәй театрында (Мәскәү ҡ.; етәксеһе — баш рәссам Е.И.Куманьков), 1986 й. Ленин комсомолы исемендәге Мәскәү театрында (етәксеһе — баш рәссам О.А.Шейнцис) стажировка үтә. 1980 й., 1982— 89 йй. Республика урыҫ драма театры (Өфө ҡ.), 1990—94 йй. Башҡ. академия драма театры рәссамы, 1995 й. алып Стәрлетамаҡ башҡ. драма театрының баш рәссамы, 2009 й. — Өфө “Нур” татар театрының ҡуйыусы рәссамы.

Ғ. эштәренә образлылыҡ, сағыу төҫтәргә баҫым яһалған шартлы, ыҡсым конструкциялар ҡулланыу хас. Уның тарафынан Урыҫ драма театрында И.М.Дворецкийҙың “Колыма” (1988), Б.Л.Васильевтың “Завтра была война” (“Иртәгә һуғыш ине”; 1987) повесы буйынса шул уҡ исемле спектакль; Башҡорт драма театрында Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә” (1991), Ф.М.Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ!..” (1992); Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Б.Р.Гавриловтың “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!” (1992), Ф.М.Бүләковтың “Онотолған доға” (1994), Т. Уильямстың “Роза тамғаһы” (1999; бөтәһе лә — режиссёр Г.М.Ильясова ҡуйыуында) һ.б. спектаклдәр биҙәлгән.

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

 

 

Һ.С.Сәйетов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: