Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫПСАҠ КАНТОНЫ

Просмотров: 2235

ҠЫПСАҠ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантонға Ырымбур өйәҙенең Бөрйән‑Ҡыпсаҡ, Бошман‑Һыуын‑Ҡара‑Ҡыпсаҡ, 1‑се һәм 2‑се Ҡара‑Ҡыпсаҡ, Семён‑Петровский һәм Йомағужа улустары инә. Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Ете ырыу кантоны менән сиктәш була. Административ үҙәге — Мораҡ ауылы. 1919 й. июнендә кантон бөтөрөлә, территорияһы Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.02.2024