Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСЕЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 839

КҮСЕЙ, Бикҡужа, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Күсей а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 84 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Ҡараһаҙ й. (Оло Ҡыҙыл й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 529 кеше; 1920 — 646; 1939 — 738; 1959 — 372; 1989 — 462; 2002 — 516; 2010 — 450 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы 2‑се Этҡол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бикҡужа исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә; 1749 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1737) алып билдәле. 1795 й. хәҙ. исеме м‑н теркәлгән (тәүге төпләнеүсе исеменән, уның улы Айытҡужа Күсәев билдәле), 20 йортта 143 кеше йәшәгән, 1866 й. 50 йортта — 394 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала. З.Ғ.Баязитова, Й.З.Бикбирҙин, Т.Х.Ғарипова, А.Ә.Ғәлләмов, А.Х.Игебаев, Т.Т.Миңлеғолов, Х.Б.Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019