Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИПИДТАР

Просмотров: 1414

ЛИПИДТАР (гр. lipos — май), барлыҡ тере күҙәнәктәрҙең дә составына ингән майға оҡшаш матдәләр. Ябай (майлы к‑таларҙың ҡалдыҡтарынан, ҡайһы берҙә улар урынына альдегидтарҙан һәм спирттарҙан тора) һәм ҡатмарлы (майлы к‑таларҙың эфирҙарынан, күп атомлы спирттарҙың ҡалдыҡтарынан һәм шәкәрҙәрҙең ҡалдыҡтарынан — гликолипидтар, йәки фосфор кислотаһы ҡалдыҡтарынан — фосфолипидтар) Л. айырып йөрөтәләр. Л. ҡайһы берҙә майлы к‑таларҙың сығарылмаһы булмаған стериндарҙы, убихинондарҙы, ҡайһы бер терпендарҙы, простагландиндарҙы индерәләр. Л. химик һәм физик үҙенсәлектәре уларҙың молекулаларында поляр төркөмдәрҙең (‑ОН, ‑СООН, ‑NH2 һ.б.) һәм поляр булмаған углеводород (‑СН2) сылбырҙарының булыуы м‑н билдәләнә. Л. — өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, поляр булмаған эреткестәрҙәэрей һәм һыуҙа бик аҙ эрей. Организмда Л. липаза ферменттары тәьҫире аҫтында гидролизға бирелә. Шул саҡта айырылып сыҡҡан майлы к‑талар һәм глицерин ҡалдыҡтары аденозинтрифосфор к‑таһы (АТФ) һәм А коферменты ярҙамында активлаша, артабан тарҡалыуға һәм окисланыуға дусар була. Бүленеп сыҡҡан энергия АТФ синтезланыуы өсөн ҡулланыла. Ҡайһы бер Л. биол. мембраналарҙың компоненттары булып тора, күҙәнәктәрҙең үткәреүсәнлегенә һәм күп ферменттарҙың әүҙемлегенә тәҫьир итә, нервы импульстарын тапшырыуҙа, мускулдарҙың тартылыу һәм һуҙылыуында, енси функцияларҙы көйләүҙә һ.б. ҡатнаша. Энергия резервын, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең йылылыҡ үткәрмәй һәм һыуланмай торған ҡатламдарын барлыҡҡа килтерә, эске ағзаларҙы механик тәьҫирҙән һаҡлай. Майҙа ирегән витаминдар етештереүҙә, аҙыҡ өҫтәмәләре сифатында ҡулланылалар. Башҡортостанда Л. 20 б. 80‑се йй. алып Башҡорт дәүләт университетында өйрәнәләр. В.А.Бароненко етәкс. эритроцит мембраналарының Л. өйрәнелгән, атеросклерозды иртә асыҡлау өсөн ҡан плазмаһының липопротеидтары тикшерелә (В.Ғ.Шамратова). 90‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында Л. төрлө патологиялар осрағында ирекле-радикал окисланыуын (Ф.Х.Камилов, Р.Р.Фәрхетдинов һ.б.), Биохимия һәм генетика институтында ҡандың липидлы спектрын (О.Е.Мостафина, И.Ә.Туҡтарова һ.б.) өйрәнәләр.

А.А.Ямалеева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019