Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУКЛЕИН КИСЛОТАЛАРЫ

Просмотров: 1428

НУКЛЕИН КИСЛОТАЛАРЫ, п о л и н у к л е о т и д т а р, тере организмдарҙа генетик мәғлүмәтте һаҡлау һәм тапшырыуҙы тәьмин иткән биополимерҙар. Ҡабатланыусы блоктарҙан — нуклеотидтарҙан — торған оҙон полимер молекулалар. Н.к. составына ниндәй углевод — дезоксирибоза йәки рибоза инеүенә ҡарап, дезоксирибонуклеин (ДНК) йәки рибонуклеин (РНК) кислоталарын айырып йөрөтәләр. ДНК молекулаһы береһе икенсеһен уратып алған 2 полинуклеотид сылбырҙан тора, улар иһә 4 типтағы күп һанлы мономерҙарҙан — үҙенсәлеклелеге 4 азотлы нигеҙҙең береһе (аденин, гуанин, цитозин, тимин) менән билдәләнгән нуклеотидтарҙан төҙөлгән. РНК составына аденин, гуанин, цитозин һәм урацил ингән нуклеотидтарҙан барлыҡҡа килгән. Н.к. нуклеотидтарҙың эҙмә‑эҙлелеге уларҙың беренсел структураһын билдәләй. Күпселек организмдарҙа нәҫеллектең төп матдәһе — ике сылбырлы ДНК молекулалары, ҡайһы бер вирустарҙа ДНК 1 сылбыр менән бирелгән һәм үрсеү өсөн генә ике сылбырлы формаға күсә. Вирустарҙың айырым төркөмдәрендә хромосомалар йыйылмаһында гендар бергәлеге (геном) РНК молекулалары менән бирелгән һәм бөтә йәшәү циклы РНК менән генә бәйләнгән, ҡайһы бер вирустарҙың геномдары үрсеү өсөн ДНК‑сылбырҙарға әүерелеп кире транскрипция стадияһын үтә. Функцияларына һәм структур үҙенсәлектәренә ҡарап рибосомаль (рРНК), транспорт (тРНК), информацион (иРНК), йәки матрицалы (мРНК), һәм түбән молекуляр (нмРНК) РНК‑лар айырыла. Н.к. — генетиканың һәм молекуляр биологияның өйрәнеү объекты.      

  Башҡортостанда Н.к. тикшереү 20 б. 50‑се йй. уртаһынан В.Г.Конарев етәкселегендә башлана һәм Ш.Й.Ғиләжетдинов тарафынан дауам ителә. Биохимия һәм генетика институтында вирустарҙан алып кешегә тиклем бөтә кимәл ойошторолошло организмдарҙың Н.к., шулай уҡ ДНК‑диагностика ысулын һәм ДНК‑криминалистика алымдарын (Р.Р.Гарафутдинов, И.М.Һиҙиәтова, Э.К.Хөснөтдинова, А.В.Чемерис һ.б.) эшләүҙе индереп, синтетик ДНК тикшерелә. Механика институты менән берлектә биологияға ҡарамаған мәғлүмәтте оҙайлы һаҡлаусы булараҡ ДНК молекулаларын ҡулланыу буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә (Р.Р.Гарафутдинов, К.И.Михайленко, А.В.Чемерис).

А.В.Чемерис

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.03.2023