Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР

Просмотров: 1704

ТАРИХИ СЫҒАНАҠТАР, тарихи ваҡиғаларҙы туранан-тура сағылдырған барлыҡ объекттар. Иң тәүге Т.с. — ер өҫтөндә, ер йәки һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйбер, ҡоролма, ҡәберлектәр — кешелек йәмғиәтенең үткәнен тергеҙергә мөмкинлек бирә (ҡара: Археологик ҡомартҡылар); археологияның тикшеренеү объекты булып тора. Иң ҡиммәтле һаналған яҙма Т.с. м‑н сығанаҡтар өйрәнеү фәне эш итә. Ҡулъяҙма һәм баҫма Т.с. йыйыу, һүрәтләү һәм нәшер итеү м‑н — археография; уларҙың ижад ителеү урынын һәм ваҡытын асыҡлау, ҡомартҡының графикаһы, яҙыу материалы һәм ҡоралдары үҙгәрешен, ҡулъяҙма һәм китаптарҙың биҙәлешен өйрәнеү м‑н — палеография; эшкәртеүҙәрҙең (редакция һәм варианттарҙың) килеп сығышын һәм интерпретацияларын тикшереү, текстарҙы тәнҡит күҙлегенән уҡыу м‑н текстология фәне шөғөлләнә. Таштағы, тимер, ағас, һөйәк, быяла һәм керамик әйберҙәрҙәге боронғо һәм урта быуат яҙмаларын эпиграфика өйрәнә. Документтар, яҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәтте әҙерләү һәм тәҡдим итеү эше м‑н библиография шөғөлләнә. Иң тәүге Т.с. башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡылары — эпос, риүәйәт, легенда һ.б. ҡарай. Уларҙа айырым башҡ. ҡәбиләләре, ырыуҙары, ырыу бүленештәре, хакимлыҡ иткән династиялар, билдәле юлбашсылар һ.б. тарихы б‑са белешмә бар. Башҡорттарҙың тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләр ҙур урын тота. Халыҡ ижадының яҙма ҡомартҡыларын (әкиәт, йыр, мәҡәл, әйтем, эпос һ.б.) йыйыу, баҫтырыу һәм өйрәнеүгә фольклористика фәне арналған. Йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, байрамдарҙы, традицияларҙы (ҡара: Этнография) тикшереп, башҡорттарҙың традицион мәҙәниәтен күҙалларға мөмкин. Тарихи йырҙар, эпостар, мәҫ., “Урал батыр”, башҡ. халыҡ бейеүҙәре мәҙәниәттең айырым аспекттарын аса, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра, музыка ғилеме, хореография һ.б. өсөн Т.с. булып иҫәпләнә; яҙма ҡомартҡылар (төрки телендәге эпитафиялар, ҡулъяҙма һәм баҫма китаптар, документаль материалдар) — әҙәбиәт ғилеме һәм тел ғилеме өсөн тарихи сығанаҡ. Соц.-иҡт. һәм сәйәси мөнәсәбәттәр үҫешен сағылдырған статистик мәғлүмәттәр, ревизия һәм халыҡ иҫәбен алыу материалдары Т.с. ҙур төркөмөн тәшкил итә, уларҙы статистика һәм демография фәндәре тикшерә. Традицион интерьерҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, традицион йыһазды, традицион биҙәүестәрҙе, халыҡ сәнғәтенең айырым төрҙәрен (ҡара: Сәнғәт ғилеме), уларҙың килеп сығышын, үҫешен һәм йөкмәткеһен өйрәнеү башҡорттарҙың хужалығын (ҡара: Солоҡсолоҡ, Малсылыҡ, Игенселек, Күсмә тормош, Балыҡсылыҡ), көнкүрешен (ҡара: Башҡорт кейеме, Башҡорт аш-һыуы), һыуҙа йөрөү сараларын, ер эшкәртеү ҡоралдарын, ат егеү кәрәк-ярағын, егеүле транспортын һ.б. тергеҙергә, һөнәрҙәр үҙенсәлеген (ҡара: Аппликация, Балаҫ һуғыу, Бәйләү, Кейеҙ баҫыу, Сигеү, Туҡыусылыҡ, Тула баҫыу, Үреү), тире эшкәртеү ысулдарын (ҡара: Күнэше, Тиренән эшләнгән өй кәрәк-ярағы, Эйәр-өпсөн эше) һ.б. асыҡларға мөмкинлек бирә. Т.с. төрө булараҡ герб, флагтарҙы өйрәнеү башҡ. халҡы йәшәгән терр‑я сиктәренең үҙгәреүен, уларҙың төрлө дәүләт берләшмәләре составына (ҡара: Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Рәсәй) инеүен билдәләргә ярҙам итә. Айырым бер ғаилә, ырыу бүленеше, ырыу йәки ҡәбиләгә ҡарағанын билдәләр өсөн башҡорттарҙа киң таралған тамғалар файҙаланыла. Башҡортостанды физик-геогр. йәһәттән һүрәтләгән Т.с. араһында иң ҡиммәтлеләре булып — географик карталар, аҡса әйләнеше тарихы өсөн аҡса һанала. Күп Т.с. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы, этносоциологик экспедиция, археографик экспедиция, этнографик экспедиция һ.б. ваҡытында табылған. Матди мәҙәниәт ҡомартҡылары, ш. иҫ. башҡ. халҡыныҡы, Рәсәй этнография музейында (С.‑Петербург), МДУ‑ның Антропология музейында, Ырымбур губернатор тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, Силәбе ун‑тының археология музейында, Археология һәм этнография музейында, этнография музейында (ҡара: Гимназия-интернат 1), Милли музейҙа, Нестеров М.В. исемендәге художество музейында һ.б. һаҡлана. Яҙма Т.с. Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, Ырымбур өлк. Дәүләт архивында, БР Үҙәк тарих архивында, БР Йәмәғәт берекмәләре үҙәк архивында, ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ғилми архивта, Ғилми китапханала, Милли китапханала, Рәсәй һәм БДБ‑ның Европа илдәре мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) китапханаһында, Милли әҙәби музейҙа, ш. уҡ шәхси коллекцияларҙа һәм БР‑ҙың төрлө дәүләт учреждениелары архивтарында һаҡлана.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019