Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, ауыл, Ҡырмыҫҡалы р‑ны үҙәге

Просмотров: 1214

ҠЫРМЫҪҠАЛЫ, ауыл, Ҡырмыҫҡалы р‑ны (1930 й. алып) һәм Ҡырмыҫҡалы а/с үҙәге. Өфөнән К. 50 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында, Өфө—Инйәр—Белорет, Ҡырмыҫҡалы—Атйетәр—Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,6; 1920 — 3,8; 1939 — 3,5; 1959 — 3,0; 1989 — 5,7; 2002 — 7,8; 2010 — 8,5. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, 3 урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе (“Йәйғор” башҡ. халыҡ инструменттары ансамбле), 3 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (8 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1758 й. теркәлгән) б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 309 йортта 1755 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, сана һәм арба яһау, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, 3 мәсет, 3 училище, 2 һыу тирмәне, 20 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 4 мәсет, балауыҙ һығыу йорто, ярма ярғыс, иген ҡабул итеү пункты, 14 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр булған. 1920 й. Ҡ. (1‑се Ҡ., 2‑се Ҡ. һәм 3‑сө Ҡ.) исеме м‑н иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. Ҡ. 20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Ҡырмыҫҡалы МТС‑ы ҡасабаһы ҡушылған. А.М.Гәрәев, Р.Ш.Ҡасимов, Ф.Ә.Ҡәйүмов, А.М.Мөхәмәтйәров, Ф.Х.Солтанғәлиев, Р.Н.Ханнанов, Р.Х.Хәзипов, Р.З.Әлимғафаров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019