Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫРЛЫ ҠОМТАШТАР

Просмотров: 1180

БАҠЫРЛЫ ҠОМТАШТАР, күбеһенсә уртаса һәм ваҡ бөртөклө тау тоҡомдары, уларҙың составына баҡыр минералдары инә: халькозин, борнит, ковеллин (ҡара баҡыр буяуы), халькопирит, саф баҡыр һ.б. Б.ҡ. баҡырлы һәүерташтар, алевролиттар, конгломераттар һ.б. үҙ эсенә алған баҡырлы тоҡомдар төркөмөнә ҡарай. Составтарында баҡыр булыуы уның диңгеҙ ултырмаларындағы беренсел концентрацияһының диагенез, катагенез һәм метаморфизм ваҡытында артабан бүленеүе менән аңлатыла. Б.ҡ. ҡоро лагуна‑дельта ултырмаларына хас һәм көрән, ҡыҙыл төҫтәр өҫтөнлөк иткән фонда йәшкелт һоро, һоро төҫ менән айырыла. Өлөшләтә мәғдән минералдары регенерацияға һәм яңынан ҡатлам булып ултырыуға дусар ителгән. Б.ҡ. шулай уҡ көмөш, ҡайһы ваҡытта рений, кобальт, ванадий, уран, алтын, платина бар. Баҡыр миҡдары күберәк булған осраҡта баҡыр мәғдәне булып һанала. БР‑ҙа Б.ҡ. Бәләбәй ҡалҡыулығында һәм Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндә бар. Улар Ырымбур өлкәһенән БР‑ҙың көньяҡ-көнбайыш райондары аша ТР‑ға һәм Вятка өлкәһенә һуҙылған мәғдәнле һыҙаттың бер өлөшө булып тора. 0,1—2 м ҡалынлыҡтағы ҡатлам менән ярашлы Б.ҡ. өҙөк-өҙөк ятҡылыҡтары мәғдәнле зонала 0,4—2 км оҙонлоҡҡа һуҙылған. Б.ҡ. ятҡылыҡтарының тәрәнлеге 100 м тиклем һәм унан да күберәк. Урыны менән бер нисә мәғдәнләнгән горизонт һанала; ятышы горизонталдән 15—25° ауышҡа тиклем. Б.ҡ. күмерле матдәнең линзаларында ковеллин һәм малахит; үҫемлек ҡалдыҡтарында тарҡалған халькозин, ковеллин, борнит, куприт, тенорит; йәшкелт һоро ҡомташ һәм конгломерат цементында малахит; күкһел һәм йәшкелт һоро ҡомташ цементында тигеҙ таралған, күҙгә күренмәгән баҡыр берләшмәләре; халькозин, малахит, азурит, куприт, фольбортиттың (баҡыр ванадаты) тоноҡ һары уңыуы конкрецияһы рәүешендә сыға. 18 б. алып 1914 й. тиклем эшкәртелгән, дөйөм майҙаны яҡынса 4 мең км2 булған күп Б.ҡ. сығарыу участкалары билдәле (ҡара: Тау сәнәғәте). Иҫке рудниктарҙың иң юғары концентрацияһы Бәләбәй ҡ. көньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан һәм Күмертау ҡ. тирәләй теркәлгән. Тау округтары мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан сиктәрендә Б.ҡ. баҡыр запастары 200 мең т ашыу. Б.ҡ. менән Исмәғил Тасимов эшмәкәрлеге бәйле. 1960—91 йй. Ҡурсаҡ, Рудниктар, Баҡыртау, Дедов, Дмитриевка, Малиновка, Йәшләр, Верхотинка (Фёдоровка районы), Михайловка II, Столяровка һәм Тирәкле (Мәләүез районы) мәғдән сығыу урындары өйрәнелгән. Б.ҡ. өйрәнеүгә М.И.Липовский (1925), Л.И.Шаманский (1928), В.Л.Пуркин (1950), В.А.Филиппов (1961), М.Д.Пальчук (1963), В.П.Феоктистов (1978), А.И.Коклин (1991) һ.б. ҙур өлөш индерә.

В.Н.Никонов

Тәрж. З.Б.Латипова

 

 

В.Н.Никонов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023