Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ

Просмотров: 2043

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ, сәнәғәт өсөн ҡиммәтле йәки артабанғы металлургия, химик һ.б. эшкәртеүгә яраҡлы продукттар алыу өсөн минераль сеймалды беренсел эшкәртеү процестары йыйылмаһы. Ф.ҡ.б. ҡулланыу б.э. тиклем 4 мең йыл элек башлана.

 Ф.ҡ.б. төп ысулдарына гравитация менән байыҡтырыу (айырыла торған минералдарҙың тығыҙлығы төрлө булғанда файҙаланыла), магнит менән айырыу (магнитҡа бирешеүсәнлек), флотация, һелте ярҙамында айырып алыу (химик реагенттарҙа һайлап эретеү) инә. Нефть сығарғанда скважинанан аҡҡан шыйыҡса тау тоҡомдары өлөшсәләренән таҙартыуға, һыуһыҙландырыуға, газһыҙландырыуға, тоҙҙарҙан ҡотолоуға дусар ителә. Ҡаты файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу уларҙы ғәҙәттә механик ысулдар менән артабанғы эшкәртеү өсөн яраҡлы булған өлөшсәләр дәүмәленә тиклем ваҡлауҙы, ҡиммәтле минерал өлөшсәләрен айырыуҙы һәм буш тау тоҡомдары өлөшсәләрен алып ташлауҙы үҙ эсенә ала; һөҙөмтәлә концентраттар һәм ҡойроҡтар (байыҡтырыу ҡалдыҡтары) алына.

 БР‑ҙа башлыса Ф.ҡ.б. гравитация (Учалы, Баймаҡ, Белорет райондарында алтын һибелмәләрен йыуыу) һәм флотация (Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында баҡыр колчеданы мәғдәндәрен эшкәртеү һ.б.) ысулдары ҡулланыла. Егәҙе‑Комаров төркөмөнөң Туҡан тимер мәғдәне ятҡылығы һ.б. ятҡылыҡтар сеймалын байыҡтырыу йыуыу һәм эре иләктән иләү юлы менән башҡарыла, айырып алынған киҫәкле мәғдән ҡара металлургияла файҙаланыла, охра-балсыҡлы төрҙәре отвалдарҙа туплана.

 Учалы һәм Баймаҡ райондары ятҡылыҡтарында алтын алыуҙың геотехнологик ысулдары (ҡара: Гидрометаллургия) ҡулланыла. Шыйыҡса менән иретеп алыу ысулы мәғдәнде тупаҫ ваҡлап, уны штабелгә һалып, алтынды иретеп артабан уны цинк туҙанына ултыртыу өсөн файҙаланылған шыйыҡ (0,5%) цианид эретмәһе менән һуғарыуҙан тора. Ер аҫтында шыйыҡса менән иретеп сығарыу алымына мәғдән есеменә хлор эретмәһен ҡыуыу, уны һурҙырып сығарыу һәм алтынды активлаштырылған күмергә ултыртыу инә. Әбйәлил районы ятҡылыҡтарында хромитты рентгенорадиометрик сепарация ярҙамында байыҡтырыу буйынса тәжрибәләр үткәрелә.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: