Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘТЛӘҮЕК АҒАСЫ

Просмотров: 930

СӘТЛӘҮЕК АҒАСЫ, у р м а н  с ә т л ә ү е г е (Corylus), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай С.а. үҫә. Күләгәгә сыҙамлы, япраҡ ҡойоусы бер өйлө ҡыуаҡ, бейеклеге 2—7 м, 60—80 йылға тиклем йәшәй. Сатыры йомортҡа йәки шар формаһында. Япрағы түңәрәк, йомортҡа формаһында, тигеҙһеҙ киртләсле, өҫ яҡтан ҡара йәшел, аҫтан йәшел төҫтә. Сәскәһе ваҡ, айырым енесле: ата сәскәләр — һырғаларға йыйылған бер сәскәле дихазияларҙа, инәләре — ике сәскәле дихазияларҙа. Март—апрелдә япраҡ ярғансы сәскә ата. Емеше — урамалы (плюскалы) сәтләүек. Емештәре 2—5‑әр йәки яңғыҙар, август аҙағында—сентябрҙә өлгөрә. Яҡты киң япраҡлы һәм киң япраҡлы‑ылыҫлы урмандарҙа, урман ситтәрендә үҫә, ҡайһы берҙә таҙа ҡыуаҡлыҡтар барлыҡҡа килтерә. Таулы райондарҙан һәм Башҡортостандың Урал аръяғынан башҡа республиканың бөтә территорияһында таралған. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (бер ҡыуаҡ 0,2—3 кг, культурала 6—16 кг сәтләүек бирә). Декоратив үҫемлек. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Урман һыҙаттары булдырыу, ботаҡтары мебель, кәрзиндәр һ.б. эшләү өсөн ҡулланыла. Селекционер Н.В.Таич Признание сортын сығара. Маньчжурия С.а. һәм төрлө япраҡлы С.а. Ботаника баҡса‑институты коллекцияһында бар.

Р.В.Вафин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.07.2023