Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОТАНИКА БАҠСА‑ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1764

БОТАНИКА БАҠСА‑ИНСТИТУТЫ, 1932 й. Өфө ҡ. БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы ХК эргәһендәге Ботаника баҡсаһы булараҡ ойошторола, 1952 й. алып СССР ФА составында, 1991 й. — Б.б‑и., 2018 й. башлап РФА Өфө фәнни үҙәгенең Көньяҡ Урал Б.б.‑и. Өфө ҡ. парк өлөшөндә, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. һыу айырғысында урынлашҡан. Б.б.‑и. үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең биологик үҙенсәлектәрен, төбәктең инвазион компонентын һәм ҡала флораһын, Көньяҡ Урал һәм сиктәш территорияларҙың ялан һәм синантроп үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү (Л.М.Абрамова, Я.М.Голованов, О.А.Кәримова, В.М.Лебедева, Ә.Н.Мостафина, С.М.Ямалов); декоратив үҫемлектәрҙең яңы сорттарын сығарыу (А.А.Реут) менән шөғөлләнә. Үҫемлектәрҙең туҡыма культураһын (А.Ш.Әхмәтова, Ә.Ә.Зарипова, Ә.Ә.Мөхәмәтвафина һ.б.), ағас (Р.В.Вафин, В.Н.Полякова һ.б.), декоратив (С.Г.Денисова, О.Ю.Жигунов, А.А.Реут һ.б.), дарыу һәм тәмләткес‑хуш еҫле (Е.И.Анищенко) үҫемлектәрҙең биологияһын тикшерә. Б.б.‑и. составына ағас үҫемлектәр дендрологияһы һәм интродукцияһы, ҡырағай үҫемлектәр флораһы һәм үләнле үҫемлектәр интродукцияһы, сәскәле үҫемлектәр интродукцияһы һәм селекцияһы; үҫемлектәрҙең генетикаһы һәм биотехнологияһы лабораториялары; тропик һәм субтропик үҫемлектәр төркөмө инә. Институтта 70‑кә яҡын кеше эшләй, шулар араһында 3 фән докторы һәм 21 фән кандидаты (2021). “Ботаника” йүнәлеше буйынса аспирантура эшләй. 18,4 га ашыу асыҡ грунт майҙанын 6 меңдән ашыу үҫемлек төрө һәм сорты коллекциялары, ш. иҫ. 1860‑тан ашыу төр ағас‑ҡыуаҡ, 215 — дарыу һәм тәмләткес‑хуш еҫле үҫемлек, 1760 — сәскәле һәм декоратив үҫемлек, 125 үҫемлектең һирәк һәм юғала барған төрө, биләй. Оранжереяла (майҙаны 1350 м2) 1100‑ҙән ашыу төр, форма һәм сорттағы тропик, субтропик үҫемлектәр (ике ҡалаҡсалы гинкго, пирамидаль сәрүи ағасы, япон криптомерияһы, эре сәскәле магнолия һ.б.) бар. Б.б.‑и. шыҡтымдың (О.А.Кравченко, Л.Н.Миронова, Л.С.Новикова, А.А.Реут, З.Х.Шиһапов), сирендең (А.С.Сахарова), әрем гөлөнөң (Л.Н.Миронова, Л.Ә.Төхватуллина, З.Х.Шиһапов), ирис һәм гиппеаструмдың (Л.Н.Миронова, З.Х.Шиһапов) яңы сорттары сығарыла һәм етештереүгә индерелә. РФ‑тың, БДБ һәм сит илдәрҙең ботаника баҡсалары менән халыҡ‑ара орлоҡ алмашыу программаһы буйынса хеҙмәттәшлек итә. Б.б.‑и. менән А.Н.Богданов, Е.Н.Клобукова‑Алисова, В.П.Путенихин, Л.И.Сергеев һ.б. фәнни эшмәкәрлеге бәйле. Мөдирҙәре (директорҙары): А.Я.Овсянников (1932 й. алып), Н.П.Егоров (1935 й. алып), А.Л.Коркешко (1941 й. феврале—сентябре), О.А.Кравченко (1941 й. сентябренән), Е.В.Кучеров (1957—68 йй., 1986—87 йй.), А.С.Сахарова (1968 й. алып), Ю.З.Кулагин (1971 й. алып), Н.З.Вәлиәхмәтов (1976 й. алып), Р.И.Хәйбуллин (1982 й. алып), Н.А.Мартьянов (1987 й. алып), Н.В.Старова (1988 й. алып), З.Х.Шиһапов (1998 й. алып).

   Әҙәб.: Башкирский ботанический сад: история, коллекция, научные достижения (к 70‑летию образования). Уфа, 2002; Растения Южно‑Уральского ботанического сада‑института УФИЦ РАН. Уфа, 2019.

О.А.Каримова, Е.В.Кучеров, С.С.Хәйретдинов, З.Х.Шиһапов

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.01.2023