Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫЛЫСҮЛӘН

Просмотров: 1374

ҠЫЛЫСҮЛӘН (Cladium), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Йыуан оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йомро, төҙ, ябай, эсе ҡыуыш, бейеклеге 100—150 см. Япрағы тиресәле, ҡыяҡлы, аҫ яҡтан киль рәүешле, өҫкө өлөшөндә өс ҡырлы, киль һәм ситтәре буйлап осло бысҡы тешле. Сәскәһе күркһеҙ, ике енесле, сәскә эргәлеге юҡ, ултырма, ҡаплаусы тәңкәләрҙең ҡуйындарында берәмләп урынлашҡан. Сәскәлеге һеперткеле, 1—3 сәскәле бер ергә өйөлгән йомортҡа‑ланцет формаһындағы башаҡтарҙан тора. Июль—августа сәскә ата. Емеше — йомортҡа формаһындағы сәтләүек, август–сентябрҙә өлгөрә. Һаҙлыҡтарҙа һәм йылғаларҙың һаҙланған ярҙарында үҫә. Бик һирәк Дыуан (Ҡаракүл һаҙлығы), Ҡалтасы (Светлый күл‑һаҙлыҡ комплексы), Мишкә (Наратһаҙ һаҙлығы), Салауат (Арҡауыл һаҙлығы) һәм Туймазы (Ҡандракүл эргәһендә) райондарында осрай. Составында май булған орлоҡтары халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.01.2023
Связанные статьи: