Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛМИ БАҪМАЛАР

Просмотров: 1220

ҒИЛМИ БАҪМАЛАР, ғилми эҙләнеүҙәр һәм ҡаҙаныштарҙың йомғаҡтарынан, нәшер ителергә ғилми яҡтан әҙерләнгән яҙма мәҙәниәт ҡомартҡыларынан һәм тарихи документтарҙан торған баҫма төрө. Диссертация, диссертацияның авторефераты, монография, ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы, доклад тезистары һ.б. Ғ.б. булып тора. Башҡортостанда Ғ.б. әҙерләү һәм нәшер итеү фән үҫеше м‑н бәйле. Ырымбур губернаһының һәм Өфө губернаһының Ғ.б. нигеҙҙә тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, география, геология, педагогика, топография, фольклористика, этнология б‑са хеҙмәттәр баҫыла; күберәк адрес-календарҙарҙа, гәзиттәрҙә, журналдарҙа донъя күрә, ш. уҡ айырым китап булып та сыға. 20 б. башынан ғилми мәҡәләләр “Мәғариф эштәре” (ҡара: “Башҡортостан уҡытыусыһы”), “Вестник Оренбургского учебного округа”, “Вестник семьи и школы”, “Педагогический журнал Башкортостана” ж. баҫыла. БР-ҙа Ғ.б. БР Фәндәр академияһы, РФА‑ның Өфө фәнни үҙәге,Башҡорт энциклопедияһы”, “Ғилем”, “Китап” нәшриәттәре, юғары уҡыу йорттары, ҒТИ‑лар (ҡара: Институттар) һ.б. тарафынан сығарыла. Респ. ғалимдары тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен Рәсәй һәм сит ил Ғ.б. нәшер итә. БР‑ҙа “Башкирский химический журнал”, “Башкирский экологический вестник”, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан", “Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М.Акмуллы", “Вестник Башкирского университета", “Вестник ВЭГУ", “Вестник УГАТУ", “Вестник Уфимского юридического института МВД России", “Здравоохранение и социальное развитие Башкортостана", “История науки и техники" (2004 й. алып; “Фән һәм техника тарихы”), “Медицинский вестник Башкортостана" (2006 й. алып; “Башҡортостандың медицина хәбәрҙәре”), “Нефтегазовое дело", “Педагогический журнал Башкортостана", “Панорама Евразии" (2008 й. алып; “Евразия панорамаһы”), “Правовое государство: теория и практика", “Проблемы востоковедения", “Проблемы музыкальной науки", “Экономика и управление: научно‑практический журнал" һ.б. ғилми журналдар сығарыла. Ғ.б. статистик иҫәбен БР‑ҙың Китап палатаһы алып бара (табл. ҡара).

З.Ғәфиуллина, А.А.Ураҡаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 Башҡортостан Республикаһының Дәүләт китап палатаһына тапшырылған ғилми баҫмалар

Бүлектәр

Атамалар һаны, дана /Дөйөм тираж, дана

 

1960

1980

2011

Дөйөм бүлек (фән)

Философия фәндәре. Психология

Дин. Теология

Ижтимағи фәндәр

Математика һәм тәбиғәт фәндәре        

Медицина. Технология. Ғәмәли фәндәр

Филология фәндәре 

Тарих

Авторефераттар

8/14 900  

4/18 000

111/448 310

18/35 500 

161/407 630

6/9 000

19/80 900

14/2 350

43/28 960

129/515 541

44/30 025 

211/349 004

20/18 850

13/53 480

58/6 150

123/151 505

30/10 000

7/2 600

494/783 716

81/20 898 

233/51 500

67/ 58 740

38/27 340

179/17 900

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019