Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ” , фән учреждениеһы

Просмотров: 2204

“БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ”, БР‑ҙың дәүләт автономиялы фән учреждениеһы. 1993 й. февралендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡ. энциклопедияһы бүлеге (1991—92 йй. төркөм) базаһында Башҡ. энциклопедияһының Баш редакцияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып “Б.э.” ғилми нәшриәте, 2012 й. — “Б.э.” ғилми‑нәшриәт комплексы, 2017 й. башлап хәҙерге статусын ала. Өфө ҡ. урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дөйөм һәм төбәк энциклопедистикаһы, төбәк энциклопедияларын әҙерләү тарихы һәм методикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү; ҡағыҙҙа һәм электрон вариантта энциклопедик һәм һүҙлек-белешмә әҙәбиәт әҙерләү һәм нәшер итеү. “Б.э.” составына энциклопедик һәм ғилми баҫмалар, ғилми‑мәғлүмәт эш бүлектәре инә. 2022 й. 19 кеше эшләгән, улар араһында 3 фән кандидаты. Фәнни‑техник китапханаһы, типографияһы бар.

  1996 й. урыҫ телендә “Башкортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһы, 1997 й. уның яңы мәҡәләләр менән тулыландырылған башҡ. теленә тәржемәһе (“Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”); 2005—11 йй. урыҫ телендә 7 томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы” (“Башкирская энциклопедия”), 2014—18 йй. уның башҡортса 7 томы баҫылып сыға; 2015 й. “Башҡорт энциклопедияһы”ның (“Башкирская энциклопедия”) онлайн‑версияһы донъя күрә. 2020 й. “Башҡортостан” төбәк интерактив энциклопедик порталы эшләй башлай. Тематик һәм төбәк энциклопедиялары: “Салауат Юлаев: энциклопедия” [“Салават Юлаев: энциклопедия”; 2004; “Бәләкәй тыуған ил” (“Малая родина”) Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Мәскәү ҡ.], “Башҡорттарҙың хәрби тарихы: энциклопедия” (“Военная история башкир: энциклопедия”; 2013); “Башҡортостан халыҡтары” (“Народы Башкортостана”; 2014; Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең 2‑се дәрәжә дипломы, Ашхабад ҡ.); шулай уҡ учреждениелар, предприятиеларға арналған энциклопедиялар: “Газпром нефтехим Салават” (2013), “Рәми Ғарипов исемендәге 1‑се Башҡорт республика гимназия-интернаты” (“Башкирская республиканская гимназия-интернат №1 имени Рами Гарипова”; 2014) һ.б. сығарыла. Муниципаль берәмектәр администрациялары заказы буйынса “Баймаҡ энциклопедияһы” (“Баймакская энциклопедия”; 2013), “Ишембай энциклопедияһы” (“Ишимбайская энциклопедия”), “Хәйбулла энциклопедияһы” (“Хайбуллинская энциклопедия”), “Әбйәлил энциклопедияһы” (“Абзелиловская энциклопедия”; “Йылдың иң яҡшы китабы — 2015” Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсының “Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма” номинацияһында диплом, Мәскәү ҡ.), БР‑ҙа тәүге ҡала энциклопедияһы “Сибай” (бөтәһе лә — 2015), “Бүздәк энциклопедияһы”, “Дүртөйлө энциклопедияһы”, “Саҡмағош энциклопедияһы”, “Туймазы энциклопедияһы”, “Тәтешле энциклопедияһы” (бөтәһе лә — 2020), “Бөрйән энциклопедияһы”, “Ҡыйғы энциклопедияһы” (икеһе лә — 2022) нәшер ителә. Шулай уҡ “Б.э.” тарафынан 200‑ҙән ашыу баҫма (дөйөм тиражы 30 мең дананан ашыу) сығарыла, ш. иҫ. В.Р.Әхмәтова һәм Р.В.Ҡунаҡованың “Көкөрттөң органик берләшмәләре химияһында металл комплекслы катализ һәм күп компонентлы реакциялар” (“Металлокомплексный катализ и мультикомпонентные реакции в химии органических соединений серы”), В.Ғ.Сәхәүетдиновтың “Минең тормош фәлсәфәм” (“Моя философия жизни”), И.Е.Карпухиндың “Күңел серҙәрен асыу: шиғырҙар” (“Признания: стихотворения), “Күңел тулыу. Академик Г.А.Толстиков” (“Наполнение души. Академик Г.А.Толстиков”; бөтәһе лә — 2015), Р.Ә.Солтангәрәеваның “Башҡорт фольклоры: семантикаһы, функциялары һәм традициялары” (“Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции”; 1‑се том, 2018; 2‑се том, 2019), Н.М.Ҡолбахтиндың “1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорттар һәм башҡорт башлыҡтары. Тарихи очерктар” (“Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773—1775 годов. Исторические очерки”; 2020), Р.Ғ.Буканова, И.С.Иғдәүләтовтың “17—19‑сы быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙең көньяҡ‑көнсығыш сәйәсәтендә Башҡортостан һәм ислам дине факторы” (“Башкирия и исламский фактор в юго-восточной политике России в 17 — первой половине 19 века”; 2021) һ.б. “Б.э.” БР ФА‑ның ғилми учреждениелары, РФА‑ның Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, “Большая Российская энциклопедия” ғилми нәшриәте һ.б. менән хеҙмәттәшлек итә. Ғилми редакция советы рәйестәре: З.Ғ.Ураҡсин (1993 й. алып), М.Ә.Илһамов (1998 й. алып). Етәкселәре: З.Ғ.Ураҡсин (1993 й. алып), У.Ғ.Сәйетов (1995, 1998 й. алып), Р.Шәкүр (1995—98), И.З.Солтанморатов (2022 й. октябренән).

  Х е ҙ м.: История и современное состояние энциклопедистики. Уфа, 2021.

У.Ғ.Сәйетов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.12.2022