Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК

Просмотров: 1154

ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК, 1) үҫемлекселектең йәшелсә культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. Асыҡ һәм ябыҡ тупраҡ Й. айырыла. Асыҡ тупраҡта баҫыу шарттарында йәшелсә, ябыҡ тупраҡта ултыртыу миҙгеле булмаған осорҙа йәшелсә һәм асыҡ тупраҡ өсөн үрсетмә үҫтерелә. Башҡортостанда Й. үҫеше колхоз һәм совхоздар ойошторолоу м‑н бәйле. 1940 й. ҡарата йәшелсә культуралары асыҡ тупраҡта яҡынса 16,5 мең га майҙанда үҫтерелә, уларҙың ассортименты киңәйә, орлоҡсолоҡ булдырыла. Ҡалалар һәм сәнәғәт үҙәктәренең үҫеүе тармаҡтың артабанғы үҫешенә, махсуслашҡан йәшелсәселек хужалыҡтарын һәм йәшелсәемеш сәнәғәтен ойоштороуға булышлыҡ итә. Йәшелсә культураларының орлоғон һәм үҫентеләрен етештереү, әҙерләү, һатыуҙы “Башсортсемовощ” ААЙ, Стәрлетамаҡ сорт һынау участкаһы һ.б. алып бара. Йәшелсә культураларын асыҡ тупраҡта сәсеү майҙаны 1994 й. 20,7 мең га, 2007 й. — 22,3, 2012 й. 17,2 мең га тәшкил иткән. Ябыҡ тупраҡтың майҙаны 1970—94 йй. 91,6 га, ш. иҫ. ҡышҡы теплицаларҙың — 48,6 га, 2007 й. — ошоға ярашлы 334 һәм 302, 2012 й. — 395 га һәм 369 га булған. Йәшелсә культураларының ҙур майҙандары Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө һәм Шаран р‑ндары хужалыҡтарында бар. Өфө р‑нының “Алексеевка” ДУАХП‑нда, Шишмә р‑нының “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығында, Әбйәлил р‑нының “Красная Башкирия” АХПК‑нда һ.б. йәшелсәнең иң юғары уңышы алына. 2) Йәшелсә культураларының биологияһын һәм уларҙы үҫтереү алымдарын өйрәнгән, Й. продукцияһын алыуҙың интенсив технологияларын эшләгән фән. Й. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1954 й. Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү ст. картуф һәм йәшелсә культуралары бүлеге ойошторолғандан һуң башлана. 1954—95 йй. Ауыл хужалығы институтында йәшелсә культураларының биологияһын өйрәнеү һәм аҡ күсәнле кәбеҫтә, башлы һуған, ҡыяр, татлы борос, томат (Л.И.Мансурова), Аграр университетта йәшел культуралар, аҡ күсәнле һәм сәскәле кәбеҫтә, кишер (Н.Ә.Ғәлиев), 1975—80 йй. Йәшелсә хужалығы ҒТИ-ның (Мытищи ҡ.) Өфө терәк пунктында һарымһаҡ (М.Х.Ҡыҙрасов) үҫтереү технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

 

Әҙәб.: Мансурова Л.И., Латыпова Л.Х. Выращивание овощных культур в Башкирии. Уфа, 1976. Мансурова Л.И. Лук репчатый в Башкирии. Уфа, 1988; шул уҡ. Овощи. Ранний урожай. М., 2006.

Л.И.Мансурова, А.Х.Ноғоманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019