Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич

Просмотров: 2105

ЗАВАРИЦКИЙ Александр Николаевич (2.3.1884, Өфө ҡ. — 23.7.1952, Мәскәү ҡ.), геолог, петрограф. СССР ФА академигы (1939), геология‑минералогия фәндәре докторы, профессор (1921). Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1909) 1940 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1921 й. алып геология һәм мәғдән ятҡылыҡтары кафедраһы мөдире, 1926 й. — петрография кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1915—35 йй. Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геология‑разведка институтында (Ленинград ҡ.), 1933 й. башлап Геология фәндәре институтында (1939—41 йй. директор), 1944—52 йй. СССР ФА‑ның Вулканология лабораторияһы директоры, 1946—49 йй. СССР ФА Геология‑география фәндәре бүлексәһенең академик‑секретары (бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре дөйөм геология, петрография, вулканология, метеоритика проблемаларына һ.б. арналған. Петрохимияға нигеҙ һалыусы. З. тарафынан Кавказ аръяғы, Камчатка һәм Уралда вулканик цикл үҫешенең төп этаптары, мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүе өйрәнелгән; магматик мәғдән ятҡылыҡтары классификацияһы, векторҙар диаграммаһы ярҙамында тау тоҡомдарының химик составын анализлау ысулы эшләнгән; йоҡа шлифтарҙағы минералдарҙы тикшереү ысулы камиллаштырылған. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын, тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарын, тау тоҡомдары метаморфизмын өйрәнгән. Сталин (1943, 1946) һәм Ленин (1958) премиялары лауреаты. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944, 1945). З. исеме менән РФА Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия институты (Екатеринбург ҡ.), Франц‑Иосиф Ере архипелагындағы ҡая, Симушир утрауындағы һәм Камчатка ярымутрауындағы вулкандар, Вадати‑Заварицкий‑Беньоф сейсмофокаль зонаһы, минерал (заварицкит), петрохимик диаграмма аталған. Ул уҡыған Өфө ир балалар гимназияһы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1971 й. алып Екатеринбург ҡ. йыл һайын Заварицкий уҡыуҙары үтә.

  Х е ҙ м.: Материалы для изучения золотоносных районов Урала. Л., 1926; Геологический очерк месторождений медных руд на Урале: в 2 ч. Л., 1927—1929; Избранные труды: в 4 т. М., 1956—1963.

  Әҙәб.: Б е т е х т и н А.Г. О научной деятельности академика А.Н.Заварицкого //Известия Академии наук СССР. Серия геологическая. М., 1944. №4.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2023
Связанные темы рубрикатора: