Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК ИНГИБИТОРҘАР

Просмотров: 978

БИОЛОГИК ИНГИБИТОРҘАР, ферменттарҙың әүҙемлеген (тере организмда ла, күҙәнәкһеҙ системаларҙа ла) туҡтатыусы йәки ҡатмарлы биол. процестарҙы тотҡарлаусы тәбиғи һәм синтетик матдәләр. Б.и. абиотик (натрий азиды, углерод оксиды һ.б.) һәм биол. (антибиотиктар, гормондар, токсиндар) сығышлы түбән молекуляр химик берләшмәләргә, олигосахаридтарға (глюкан супресциндар, ҡан тамырҙары тромбоздары ингибиторҙары), пептидтарға, эре глобуляр аҡһымдарға һәм гликопротеиндарға (амилаза, протеаза ингибиторҙары, рибосома инактивлаштырыусы аҡһымдар) бүленә. Ингибиторлау организм (тере организмдарҙың үҫеүен һәм үҫешен баҫа), генетик (ингибитор-репрессор, биосинтез сылбырының башында тәьҫир итеүсе ферменттарҙың береһенең биосинтезын тотҡарлай), кинетик (ингибитор был ферменттың әүҙемлеген кәметә) кимәлдәрҙә тормошҡа ашырыла. Б.и. ферменттарҙың каталитик тәьҫире механизмын өйрәнеү, аҡһым төркөмдәренең эшләү тәбиғәтен билдәләү, төрлө ферментатив процестарҙың матдәләр алмашыныуындағы ролен асыҡлау өсөн ҡулланыла. Үҫемлектәрҙең үҫеү ингибиторҙары, зарарлы бөжәктәр, патогендар, ҡый үләндәре м‑н көрәшеү өсөн ағыулы химикаттар сифатында, медицинала инфекцион ауырыуҙар м‑н көрәшеү өсөн файҙаланыла. БР‑ҙа 20 б. 80‑се йй. башлап Биохимия һәм генетика институтында А.М.Ямалиев һәм Р.М.Хәйруллин етәкс. протеаза ингибиторҙарын өйрәнеү алып барыла. Бойҙайҙың фитопатогендар тәьҫиренә сыҙамлылығында уларҙың роле асыҡлана (Р.Ф.Исаев). Башҡорт дәүләт университетында үҫемлектәр фитопатогендар м‑н зарарланғанда протеаза ингибиторҙарының һаҡлаусы тәьҫире өйрәнелә (Р.И.Ибраһимов). Шулай уҡ ҡара: Иммунитет.

Әҙәб.: Ибрагимов Р.И., Яруллина Л.Г., Ахметов Р.Р. Активность свободных и связанных ингибиторов протеиназ в проростках пшеницы при поражении корневой гнилью //Сельскохозяйственная биология. 2000. №3.

И.В.Максимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019