Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ

Просмотров: 2192

КҮГӘРСЕН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Мәләүез һәм Бөрйән, көнсығышта — Йылайыр, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Ейәнсура р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Көйөргәҙе р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Мораҡ р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Йылайыр һәм Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә, 1935 й. 31 ғин. хәҙ. исемен ала (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Мәләүез р‑нына ҡушыла. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. 1935—63 йй. райондың бер өлөшө Йомағужа районына ҡарай. Майҙаны — 3373 км2. Адм. үҙәге — Мораҡ а., Өфөнән көньяҡҡа 271 км һәм Мәләүез т. юл ст. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 30,2; 1959 — 29,3; 1989 — 31,5; 2002 — 34,2; 2010 — 31,4. Милли составы: башҡорттар — 55,1%, урыҫтар – 28,9%, татарҙар – 13,0%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы – 9,3 кеше/км2. Районда 20 ауыл советы, 113 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Мораҡ (8,7 мең кеше), Йомағужа (4,5 мең кеше), Мәҡсүт (1,0 мең кеше) ауылдары.

Рельефы йырғыланған, райондың көнсығыш өлөшө — Йылайыр яйлаһында, көнбайышы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе алдында һәм тәпәш тауҙарҙа урынлашҡан. Мораҡ депрессияһы һәм Йылайыр синклинорийы сиктәрендә ята. Карст үҫешкән, тәрән соҡорҙар, упҡындар, мәмерйәләр (Яңы Мораҙым һәм Иҫке Мораҙым һ.б.) осрай. Районда гипс (Подгорный), эзбизташ һәм төҙөлөш таштары (Подгорненск), кирбес‑черепица сеймалы: балсыҡ (Йомағужа), ҡомлоҡтар (Йомағужа); нефть ятҡылыҡтары (Волостновка) һәм газ ятҡылыҡтары (Бөркөт, Исем, Һарытау) бар. Климаты континенталь, дымлылығы тигеҙ түгел. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра −15°С, июлдә 18,5°С. Абс. макс. т‑ра 40,7°С, абс. миним. т‑ра −45,1°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары: көнбайыш өлөшөндә 450—500 мм, көнсығыш өлөшөндә 600 мм тиклем; йылы осорҙа 300—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Мәләүез, Иртөбәк, Керәүле ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й.; Кесе Эйек, Наҡаҫ, Энәк, Үрген ҡушылдыҡтары м‑н Оло Эйек й.; Йомағужа һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килтерә. Тигеҙ ерҙәрҙә — йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ, ҡараһыу урман тупрағы; таулы ерҙәрҙә ҡараһыу һоро тау‑урман, өлгөрөп етмәгән һоро урман тупраҡтары өҫтөнлөк итә. Киң япраҡлы һәм ҡарағай урмандары таралған. Терр‑яның 41,9%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Маяҡтау, оҫҡон йыуаһы популяцияһы, Оло һәм Кесе Энәк йй. йылға бағырының резерваты — тәбиғәт ҡомартҡылары. Эйек заказнигы ойошторолған. Райондың төньяҡ өлөшө — Башҡортостан милли паркына, көньяғы — Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркына, көнбайышы Наҡаҫбаш заказнигына ҡарай.

2013 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 119,6 мең га (дөйөм майҙандың 35,5‑ы%) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 72,3, сабынлыҡтар – 14,2, көтөүлектәр – 35,4; урмандар майҙаны – 145,9, ер өҫтө һыуҙары – 2,2 га. Райондың тигеҙ өлөшө — Урал алды урман-дала зонаһына, таулы өлөшө тау‑урман зонаһына ҡарай. Тигеҙлектәрҙә урынлашҡан а.х. пр‑тиелары [2 АХПК, ДУАХП, 12 ЯСЙ, 81 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, май биреүсе культуралар, мал аҙығы культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы урынлашҡан. “Энергия” ЯАЙ, “Электроплюс” ЯСЙ, “Гарантстрой” ЯСЙ, “Элитстрой” ЯСЙ, “Атлант Плюс” ЯСЙ һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Магнитогорск (Силәбе өлк.) – Ира, Мораҡ – Иҫәнғол, Иҫке Собханғол — Ира автомобиль юлдары үтә. К.р. көньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда һөнәрселек лицейы, 61 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 16‑һы урта мәктәп, ш. иҫ. гимназия, Сәйетҡол урта мәктәбе, Йомағужа урта мәктәбе, етем балалар өсөн соц. приют һәм үҫмерҙәр өсөн балалар йорто (икеһе лә — Йомағужала), 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 сәнғәт мәктәбе, муз. мәктәбе, балалар ижады үҙәге, спорт мәктәбе, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге; үҙәк район һәм участка дауаханалары, 5 амбулатория, 52 фельдшер-акушерлыҡ пункты, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге (Яңы Хвалын утары), оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы ҡарау өсөн соц. үҙәк (Подгорный а.); 65 клуб, 34 китапхана, Күгәрсен музейы, Хоҙайбирҙин Ш. музейы һәм Биишева З. музейы бар. Районда 24 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Кугарчинские вести” һәм “Мораҙым” гәз. сыға.

З.Ш.Тимербаева

Тәрж. А.Н.Кусеев

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019