Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘИЕВ Риза Рафаил улы

Просмотров: 1047

МӘҺӘҘИЕВ Риза Рафаил улы (13.3.1972, БАССР‑ҙың Ишембай районы Ибрай а. — 12.1.2021, Салауат ҡ., тыуған яғында ерләнгән), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡаҙанған (2003) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993) Салауат башҡорт драма театры актёры. М. роль өҫтөндә ентекләп эшләү, образға тәрән үтеп инеү, персонаждарының хис-тойғоларын нескә тойомлау хас була. Төп ролдәре: Йомабай (“Һарысәс”, Р.Ҡол‑Дәүләт), Тимербулат (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Әүхәт (“Шулай булды шул...”) һәм Фәһим (“Хушлашыу”; икеһе лә — Т.Ғ.Миңнуллин), Байымбәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Рыҫҡол (“Ай тотолған төндә”) һ.б. Музыкаль һәләте М. байтаҡ лирик ролдәр башҡарыу мөмкинлеген биргән: Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Ғәлимйән (“Башмағым”) һ.б. Билдәле эстрада йырсыһы. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары (“Ғайса ахун”, “Сибай”, “Уйыл” һ.б.), башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре. “Дуҫлыҡ моңо” Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (Нефтекама ҡ., 1994); “Актёр йыры” Республика фестиваль-конкурсы дипломанты (Өфө ҡ., 1994) һ.б. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2021
Связанные темы рубрикатора: