Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИГАЕВА Наталия Николаевна

Просмотров: 340

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11. 1942, Томск өлк. Каргасок а.), химик. Химия ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән. 1976 й. алып БДУ‑ла (1981 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1986 й. — Химия ин‑тында: 1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2001 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1998 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге полимерҙар физикохимияһы, уларҙың эретмәләре структураһы, диендарҙы полимерлаштырғанда (ҡара: Полимерлашыу) ионлы-координацион каталитик системаларҙың полиүҙәкләшеүе, металлоцендар ҡатнашлығында винил мономерҙарын радикаль- координацион полимерлаштырғанда актив үҙәктәрҙең бер төрлө булмауы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә; үҫемлек һәм хайуандарҙан алынған сеймал нигеҙендә дарыуҙар эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында офтальмология һәм хирургия өсөн азидарег препараты, шешеүгә ҡаршы пролонгирланған дарыу плёнкалары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 13 уйлап табыу авторы. С.Р.Рафиҡов ис. пр. лауреаты (2002).

Х е ҙ м.: Active Sites of Polymerization. Multiplicity: Stereospecific and Kinetic Heterogeneity. Leiden, 2005 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров


 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.04.2023