Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАРЫУҘАР

Просмотров: 1164

ДАРЫУҘАР, ауырыуҙы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау һәм ауырға ҡалыуҙы булдырмау өсөн ҡулланылған матдәләр. Химик синтез ысулдары м‑н йәки биотехнологиялар ярҙамында кеше йәки хайуан ҡанынан, ағзаларынан һәм туҡымаларынан, микроорганизмдарҙан, үҫемлектәрҙән һәм минералдарҙан алына. РФ‑та Д. дәүләт реестрына индерелгән, теркәлеү һаны һәм сифат сертификаты булған саралар ҡарай. Медицинала 3000‑гә яҡын дарыу препараты (ҡулланыуға әҙер дозалы Д.) файҙаланыла. Д. периферик һәм үҙәк нервы системалары, башҡарыу ағзалары һәм системалары (тын алыу, ҡан әйләнеше, аш һеңдереү һ.б.) функцияларын, матдәләр алмашыныу процестарын көйләгән, микробҡа (бактерия, вирус, протозой һ.б.) ҡаршы, иммунобиологик (иммунологик иҫкәртеү һәм терапия өсөн), наркотик һәм психотроп (махсус исемлектәргә индерелгән), ағыулы (А исемлеге), көслө тәьҫир иткән (Б исемлеге) һ.б., ш. уҡ яңы (сәнәғәт кимәлендә 1‑се тапҡыр эшләп сығарылғандан һуң 3 йыл үтмәгән), стандарт (өйрәнелгән Д. тәьҫире улар м‑н сағыштырыла) һ.б. төрҙәре айырыла. Башҡортостанда 1908 й. алып Бактериология ин‑тында (ҡара: “Иммунопрепарат”) В.Н.Крыжановский етәкс. иммунобиологик мед. препараттарын һәм уларҙы етештереү технологияларын булдырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр башлана. 30‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында И.А.Лерман етәкс. Д. үҙенсәлектәре, тәьҫир итеү механизмы, ҡулланыу һөҙөмтәлелеге өйрәнелә, яңы препараттар эшләнә, 40‑сы йй. Өфө витамин заводында витамин етештереү башлана (А.А.Богомолец, А.В.Палладин һ.б.). Респ. Д. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында, Өфө фармацевтика фабрикаһында, Тәжрибә заводында, Бәләбәй һөт комбинатында, Органик химия институтында, Күҙ ауырыуҙары институтында һ.б. эшләнә. Ветеринарияла 1000‑гә яҡын Д. ҡулланыла, улар а.х. малы ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау өсөн, хайуандарҙың үҫеш, продуктлылыҡ, үрсеү һәм резистентлыҡ стимуляторҙары сифатында файҙаланыла. 60‑сы йй. Өфө витамин з‑дында – синтетик витамин препараттарын, 90‑сы йй. уртаһында “Поливит” ЯСЙ‑нда а.х. малдары өсөн политрил һәм полизон препараттарын етештереү башлана (А.Ф.Исмәғилева, Б.П.Струнин). 20 б. 70‑се йй. — 21 б. башында Ветеринария лабораторияһында малсылыҡ өсөн микроэлемент политоҙҙары сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Биологик препараттар, Гормондар, Синтетик дарыу берләшмәләре, Фармакология.

Л.Ә.Вәлиева, А.Ф.Исмәғилева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019