Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЗИДИОМИЦЕТТАР

БАЗИДИОМИЦЕТТАР, базидиялы бәшмәктәр (Basidiomycetes), бәшмәктәр класы. 18 тәртибе, 30‑ҙан ашыу төрө (БР‑ҙа яҡынса 10 тәртибе, бер нисә мең төрө) билдәле, киң таралған. Махсус енси үрсеү ағзалары — базидиоспоралар барлыҡҡа килтереүсе базидияларҙың булыуы Б. төп билдәһе булып тора. Базидиялар емешлек...

БАЗИЛЕВ Иван Васильевич

БАЗИЛЕВ Иван Васильевич (30.5.1800, Пенза ҡ. — 3.12.1873, Өфө), педагог. Статский советник. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1819) Ҡазан һәм Сембер гимназияларында уҡыта. 1831—58 йй. Ырымбур губ. халыҡ уч‑щеһы дир., ш. уҡ ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Б. етәкс. Бөрө, Боғорослан, Урал ҡҡ....

БАЗИЛЕВКА, ауыл, Өфө эсендә

БАЗИЛЕВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Калинин р‑ны). Фаразланыуынса, 1700 й. Пекарскийҙарҙың бәләкәй ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1847 й. алпауыт Базилевскийҙар ҡулына күсә. 1848 й. Пенза губ. крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлаша. 1865 й. Отрада (Пекарский, Б., Тимофеевка — С.П.Базилевскаяның ире,...

БАЙ Борис Иванович

БАЙ Борис Иванович (1878, Волынск губ. Староконстантинов ҡ. — 1942, июль, Өфө), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1913) проф. А.И.Дитрихтың проект оҫтаханаһы (шунда уҡ) архитекторы. 1915—28 йй. Украинала эшләй, 1929 й....

БАЙБАКОВ Николай Константинович

БАЙБАКОВ Николай Константинович (7.3.1911, Баҡы губ. Сабунчи а. — 31.3.2008, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (1966). Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1932). 1938 й. алып “Востокнефтедобыча” берекмәһе (Куйбышев ҡ.) нач., 1939 й. — “Главнефтедобыча Востока”...

БАЙБОРОДОВ Фёдор Михайлович

БАЙБОРОДОВ Фёдор Михайлович (17.11.1929, Нижегородка крайы Суна а. — 19.6.1985, Стәрлетамаҡ ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). 1947 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры. 1960—82 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының дивинил етештереү...

БАЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

БАЙБУЛАТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Рукмен й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 781 кеше; 1920 — 1154; 1939 — 855; 1959 — 403; 1989 — 275; 2002 — 233; 2010 — 205 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы

БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы (2.6.1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яманғол а. — 22.7.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1997) һәм БР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1961). 1962 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире,...

БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы

БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы [1.3.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 19.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), М.Горький ис....

БАЙБУРИН Йыһангир Нурғәли улы

БАЙБУРИН Йыһангир Нурғәли улы [20.3.1852 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1859) Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Сәфәр а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 1915], Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тында уҡыған (1883—87). 1906 й. март—нояб....

БАЙБУРИН Наил Ғабдулла улы

БАЙБУРИН Наил Ғабдулла улы (17.7.1956, Өфө), сценограф, рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1985), Рәссамдар союзы (1991) ағзаһы. Ғ.Ғ.Байбуриндың улы. ӨДСИ-не тамамлаған (1980; педагогтары М.Н.Арыҫланов, Р.М.Нурмөхәмәтов). 1981 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театрында эшләй:...

БАЙБУРИН Фәүзи Зәки улы

БАЙБУРИН Фәүзи Зәки улы (24.1.1943, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1990). Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1968) хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби-диңгеҙ инженерҙар ин‑тында (С.‑Петербург) эшләй, 1988—94 йй....

БАЙБУРИНА Зөһрә Фәнил ҡыҙы

БАЙБУРИНА Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17.4.1962, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский ҡсб), йырсы (меццо‑сопрано). Проф. (2000). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1990; М.Ғ.Мортазина класы) БДОБТ солисы. 1998 й. Милан ҡ. Юғары муз. мәктәбен (Л.Беренго класы; 2000 й. алып шунда уҡ уҡыта) һәм Альбиссола‑Марина ҡ. Р.Скотто...

БАЙГИЛДЕ АУЫЛ ЛИЦЕЙЫ

БАЙГИЛДЕ АУЫЛ ЛИЦЕЙЫ, Нуриман районы. 1921 й. 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалына, 1939 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1953 й. — урта мәктәп, 1993 й. — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 2020 й. Р.С.Исмәғилев исеме бирелгән. Интернаты, умарталығы, теплицаһы, авто- һәм ауыл хужалығы машиналары,...

БАЙГИЛДЕ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

БАЙГИЛДЕ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ҡазыйкүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 608 кеше; 1920 — 617; 1939 — 580; 1959 — 431; 1989 — 333; 2002 — 396; 2010 — 378 кеше. Мариҙар йәшәй...

БАЙГИЛДЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

БАЙГИЛДЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Б. а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Олокүл (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1136 кеше; 1920 — 1273; 1939 — 1034; 1959 — 677; 1989 — 481; 2002 — 429; 2010 — 432 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

БАЙҒАҘЫ ҠОҘАМЫШЕВ

БАЙҒАҘЫ ҠОҘАМЫШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла. Исәт провинцияһы баш күтәреүселәре етәкселәренең береһе була. Б.Ҡ. отряды 1774 й. июнендә Пугачёвтың Төп ғәскәре...

БАЙҒАҘЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

БАЙҒАҘЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байғаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 146 км алыҫлыҡта Һәүәнәк й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 332 кеше; 1920 — 478; 1939 — 210; 1959 — 192; 1989 — 302; 2002 — 409; 2010 — 360 кеше. Башҡорттар йәшәй...

БАЙҒОШТАР

БАЙҒОШТАР, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында ирекһеҙ кешеләр төркөмө. Үҙ хужалығы (ере, малы, эш ҡоралы һ.б.) булмаған аҫаба башҡорттар Б. әйләнгән. Арзан ғына хаҡҡа байҙарға эшкә (ваҡытлыса йәки даими) ялланған. 19 б. батрактар составына ингән. 20 б. 30‑сы йй. башында коллективлаштырыу барышында...

БАЙҒУЖА, Ишембай р‑нындағы ауыл

БАЙҒУЖА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 11 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Тәйрүк й. буйында (Ағиҙел й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 620 кеше; 1920 — 601; 1939 — 860; 1959 — 722; 1989 — 448; 2002 — 447; 2010 — 504 кеше. Башҡорттар йәшәй...