Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИТДИҠОВА Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы

СИТДИҠОВА Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (12.12.1913, Ҡазан губ. Мордва а. — 29.5.2000, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ (1983) һәм атҡ. (1973) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). 1937—68 йй. Башҡ‑н художество фондында эшләй, 1957 й. фонд эргәһендәге художество студияһында уҡый (педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). Әҫәрҙәре...

СИТДИҠОВА (Ситдыҡова) Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы

СИТДИҠОВА Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10.6.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Силәбе мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1980). 1971 й. алып Белорет ҡ. төрлө уҡыу йорттарында эшләй, 1983 й. — “Урал” гәз. хеҙм‑ре (1986 й. бүлек мөдире,...

СИСИН Михаил Фёдорович

СИСИН Михаил Фёдорович (17.11. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Ивановка а. — 17.8.2009, Тверь өлк. Красное а., Мәскәүҙә ерләнгән), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы....

СИРКӘҮҘӘР

СИРКӘҮҘӘР, христиандарҙың культ биналары. Башҡортостанда иң тәүҙә православие ҡорамдарына нигеҙ һалына. С. 16 б. 2‑се ярт. — башлыса Өфө тирәләй һәм Ағиҙел й. үҙәнендә (ҡара: Богородский‑Өфө сиркәүе, Николай сиркәүе, Троица сиркәүе), 18 б. уртаһынан — тау заводтары торамаларында (ҡара: Воскресение сиркәүе);...

СИРКӘҮ-МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ

СИРКӘҮ‑МӘХӘЛЛӘ МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙәге башланғыс уҡыу йорттары. Мәхәллә училищелары урынына “Башланғыс халыҡ училищелары тураһында положение”ға (1864) ярашлы ойошторолалар. “Сиркә .-мәхәллә мәктәптәре тураһында ҡағиҙәләр” гә (1884) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар, уның, дәүләт ҡаҙнаһының,...

СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ

СИРКӘҮ ИСТОРИОГРАФИЯҺЫ (православиела). Көньяҡ Уралда Урыҫ православие сиркәүе тарихын өйрәнеү 18 б. уртаһында башлана. И.В.Жуковский, П.И.Рычков, И.П.Фальк, В.М.Черемшанский хеҙмәттәрендә айырым мәғлүмәттәр тупланған. Материалдар ш. уҡ “Оренбургские губернские ведомости”, “Уфимские губернские ведомости”...

СИРИУС, Ҙур Эттең αα-һы, йондоҙ

СИРИУС, Ҙур Эттең α‑һы, аҡһыл зәңгәр йондоҙ. Күк йөҙөнөң визуаль йондоҙ дәүмәле ‑1m,46 булған иң баҙыҡ йондоҙо. Әйләнеү периоды 50 йыл булған визуаль ике яҡлы йондоҙ, С. төп компоненты — диам. Ҡояштыҡынан 1,8 тапҡыр ҙурыраҡ булған кәрлә йондоҙ. Ерҙән 8,6 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Көньяҡ ярымшар...

СИРИНГОМИЕЛИЯ

СИРИНГОМИЕЛИЯ (гр. syrinx — көпшә, көпшәле ҡыуышлыҡ һәм myelos — мейе), нервы системаһының башлыса арҡа мейеһе зарарланған мультифакториаль хроник дегенератив ауырыуы; унда ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килеү, глия таралыу һәм яйлап көсәйә барыу м‑н характерлана. Ауырыу тыумыштан (генетик сәбәптәр арҡаһында,...

СИРЕНЬ

СИРЕНЬ (Syringa), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, башлыса Үҙәк һәм Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған ағас, бейеклеге 2—5 м. Олоно һәм ботаҡтары һоро төҫтәге шыма ҡабыҡлы. Япрағы ябай, йомортҡа формаһынан...

СИРЕНКО Иван Лаврентьевич

СИРЕНКО Иван Лаврентьевич [25.3. 1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Парафеевка а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 8.6.1965, Киев], лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.Ф.Мясников ис. Беренсе хәрби лётчиктар мәктәбен тамамлаған (Севастополь...

СИРЕНИЯ

СИРЕНИЯ (Syrenia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Европаның уртаса бүлкәтендә һәм Себерҙә таралған. Башҡортостанда тау С., сал С., пәрҙәле С. үҫә. Бер һәм ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ғәҙәттә тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см тиклем. Япрағы һорғолт төҫтә, сиратлы,...

СИРЕҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

СИРЕҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байдәүләт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Оло Һү__рәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 233 кеше; 1920 — 240; 1939 — 446; 1959 — 422; 1989 — 388; 2002 — 373; 2010 — 306 кеше. Башҡорттар...

СИРБАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

СИРБАЙ, С ә м е р, С а т а й, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Алйылға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 391; 1939 — 351; 1959 — 266; 1989 — 204; 2002 — 200;...

СИРӘШТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

СИРӘШТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 33 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 85 кеше; 1920 — 119; 1939 — 137; 1959 — 178; 1989 — 143; 2002 — 146; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында...

СИРАЖИ Муса Шәрәфетдин улы

СИРАЖИ (Сиражетдинов) Муса Шәрәфетдин улы [1.2.1939, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Төпкилде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 15.9.2019, Туймазы ҡ.], шағир. РФ‑тың (2002) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1961) һәм Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1962 й. алып “Ҡыҙыл...

СИРАЖИ Муса Шәрәфетдин улы

СИРАЖИ (Сиражетдинов) Муса Шәрәфетдин улы [1.2.1939, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Төпкилде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], шағир. РФ‑тың (2002) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1961) һәм Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1962 й. алып “Ҡыҙыл таң” гәз. эшләй, 1968...

СИРАЖЕТДИНОВА Шәмсинур Мырҙабай ҡыҙы

СИРАЖЕТДИНОВА Шәмсинур Мырҙабай ҡыҙы (13.12.1930, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙғы а. — 29.12. 1986, Сибай ҡ.), актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1974). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). 1947 й. алып БАДТ, 1949 й. — Ҡыйғы колхоз- совхоз театры (ҡара: Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры),...

СИРАЖЕТДИНОВА Фәнүнә Хәниф ҡыҙы

СИРАЖЕТДИНОВА Фәнүнә Хәниф ҡыҙы (15.2.1949, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Ишҡар а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын тамамлаған (1970). 1969 й. алып Башҡ. хор капеллаһы артисы, 1980—2003 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, 2006— 14 йй. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Респ. гимназия‑интернатында...

СИРАЖЕТДИНОВ Фәрит Хәмит улы

СИРАЖЕТДИНОВ Фәрит Хәмит улы (10.6.1949, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Өсбүләк а.), зоотехник, иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). БДАУ‑ҙың зоотехния (1976) һәм иҡт. (1999) ф‑ттарын тамамлаған. 1976 й. алып...

СИРАЖЕТДИНОВ Мөжәүир Уйылдан улы

СИРАЖЕТДИНОВ Мөжәүир Уйылдан улы, М ө ж ә ү и р х ә ҙ р ә т (1876, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Мансур а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Бәхтегәрәй а., — 28.7.1967, шунда уҡ), дин әһеле. Иҙелбай а. мәҙрәсәһендә һәм Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған. Тыуған ауылында мулла була. 1937 й. репрессиялана (1943 й. тиклем...