Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӨРКӨТ

  БӨРКӨТ (Aquila chrysaetos), ҡарағоштар затына ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 84—90 см, ҡанатының ҡоласы 2 м тиклем. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ (елкәһендә ҡауырһындары оҙонса, осло), ҡараһыу көрән, ә башы һәм муйыны ерән‑алтынһыу төҫтә....

БӨРМӘКӘЙ

БӨРМӘКӘЙ (Galium), марена һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 19 төрө үҫә: аҡ Б., ҡабарынҡы емешле Б., кейеҙ Б., һигеҙ япраҡлы Б. һ.б. Күп һәм бер йыллыҡ үлән. Һабағы тармаҡлы, төҙ, түшәлмә йәки күтәрелеүсе, бейеклеге 30—100 cм....

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ. 1965 й. нигеҙ һалына, 1968 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1997 й. алып ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына ҡабул итеү-аппарат, айыртылмаған һөт продукцияһы, һөт киптереү (бөтәһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), аҡ май (1976), туңдырма (1969), ярҙамсы цехтар ингән; Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан...

БӨРӨ БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ

БӨРӨ БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1882 й. урыҫ булмаған халыҡтар араһынан уҡытыусылар әҙерләү һәм улар араһында христианлыҡты таратыу маҡсатында нигеҙ һалына. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс уч‑ще тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмер егеттәр — башҡорттар, мариҙар,...

БӨРӨ БИЛӘНЕ

БӨРӨ БИЛӘНЕ, Волга-Кама антеклизаһы үҙәгендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). Г.П.Ованесов (1962), Р.О.Хачатрян (1979), Е.В.Лозин (1994) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында...

БӨРӨ ЗАКАЗНИГЫ

БӨРӨ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бөрө ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 20,6 мең га, терр‑яның 53,3%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы һыубаҫар туғайлы, уйһыу, йырындар м‑н йырғыланған....

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1934 й. Бөрө икмәк з‑ды (3 икмәкхананан торған) булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып Б.и.к., 1997 й. — ДУП, 1999 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк-булка (1964 й. нигеҙләнгән), 2 кондитер (1965, 1990) цехтары ингән. 1999 й. 208 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер, макарон изделиелары,...

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ, 1938 й. шәхси мал һуйыу базаһында (1933 й. нигеҙләнгән) нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2003 й. ябыла. Комб‑т составына (1999) ит-май (1980), 2 колбаса (1973, 1991) цехтары һәм һыуытҡыс (1975) ингән. 1999 й. 165 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса ашамлыҡтары, ит ярым фабрикаттары,...

БӨРӨ КАНТОНЫ

БӨРӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 18 июлендә БАССР составында Бөрө өйәҙенең 43 улусынан ойошторола. Төньяҡта Пермь губернаһы, көнсығышта Екатеринбург губ. һәм Мәсәғүт кантоны, көньяҡта Бәләбәй кантоны һәм Өфө кантоны, көнбайышта Вятка губернаһы һәм ТАССР м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бөрө ҡалаһы. Майҙаны — 24328 км2...

БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ

БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ, йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеү пр‑тиеһы. 1931 й. Бөрө йәшелсә-емеш з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1935 й. алып Бөрө йәшелсә киптереү з‑ды (составына кондитер, он тартыу, һыра ҡайнатыу, киптереү, емеш бешереү цехтары һәм ярҙамсы хужалыҡ ингән), 2000 й. — “Бөрө консерва заводы” МУП‑ы,...

БӨРӨ КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМЫ

БӨРӨ КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМЫ, Башпотребсоюзға ҡарай, 1930 й. сауҙа мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. алып кооператив уч‑ще, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ер‑милек мөнәсәбәттәре, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы, коммерция,...

БӨРӨ ҠАЛАСЫҒЫ

БӨРӨ ҠАЛАСЫҒЫ, Шайтан ҡаласығы, б.э.т. 8 б. — б.э. 8 б. ҡараған археологик ҡомартҡы. Бөрө ҡ. көньяҡ ситендә Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. 1762 й. П.И.Рычков тарафынан тасуирлана; 1871 й. Р.Г.Игнатьев, 1898 й. А.А.Спицын ҡарап сыға; 1959 й., 1962 й. Н.А.Мәжитов тарафынан өйрәнелә. 186 м2 асылған....

БӨРӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ

БӨРӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 4—8 бб. ҡарай. Бөрө ҡ. көньяҡ ситендә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1901 й. А.А.Спицын тарафынан асыла, 1958—60 йй., 1962 й., 1978 й., 1981 й., 1983—85 йй., 1990—91 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Яҡынса...

БӨРӨ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

БӨРӨ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1934 й. Н.Нариманов ис. Башҡ. мед. техникумының (Өфө) шәфҡәт туташы һәм фельдшер бүлектәре нигеҙендә асыла, 1935 й. алып Бөрө фельдшер-акушерлыҡ техникумы, унан 1936 й. фельдшер‑акушерлыҡ һәм фарм. (ҡара: Бөрө фармацевтика колледжы) мәктәптәре айырылып сыға, 1954 й. башлап мед....

БӨРӨ МЕДИЦИНА-ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ

БӨРӨ МЕДИЦИНА-ФАРМАЦЕВТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 2005 й. Бөрө медицина колледжы м‑н Бөрө фармацевтика колледжының берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, лаб. диагностика, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше, фармация һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 20 лаб., 3 компьютер класы, китапханаһы,...

БӨРӨ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

БӨРӨ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, Тоҙло шишмә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Бөрө ҡ. көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 5 сығанаҡ бер-береһенән 10—70 м аралыҡта ята. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарында (алевролит, гипс) формалаша. Дөйөм дебиты 56—175 л/ с. Һыуы шифалы, уртаса минераллы...

БӨРӨ ӨЙӘҘЕ

БӨРӨ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта Красноуфимск өйәҙе һәм Пермь өйәҙе, көнсығышта Өфө өйәҙе, көньяҡта Бәләбәй өйәҙе, көнбайышта Алабуға өйәҙе,...

БӨРӨ РАЙОНЫ

БӨРӨ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Борай, төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Мишкә һәм Благовещен, көньяҡта — Кушнаренко, көнбайышта Дүртөйлө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963—65 йй. Б.р....

БӨРӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

БӨРӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ, Башҡортостандың төньяҡ урман-дала зонаһы, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы, көньяҡ урман‑дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн емеш культураларын һайлап алыуҙы (ҡара: Сорт һынау) тормошҡа ашыра. 1961 й. ойошторола. Бөрө ҡ. урынлашҡан. Емеш культураларының сорт агротехникаһы...

БӨРӨ СОЦИАЛЬ‑ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ

БӨРӨ СОЦИАЛЬ‑ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ, 1939 й. Бөрө пед. уч‑щеһы нигеҙендә Бөрө уҡытыусылар ин‑ты булараҡ асыла, 1952 й. алып пед. ин‑ты, 2005 й. — дәүләт соц.-пед. акад., 2012 й. — Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы. Акад. составында 10 ф‑т (башланғыс белем пед. һәм методикаһы, биол.‑химия, сит...