Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАТЫРША

БАТЫРША, Ғабдулла Ғәлиев, Ғөбәйҙулла Мәзгәлдин [ысын исеме Баһадиршаһ Ғәли улы; яҡынса 1709 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1717) — 24.7.1762, Шлиссельбург ҡәлғәһе], башҡорт ихтилалы (1755—56) идеологы, уның етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡарыш а. (хәҙ. Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәрҙәренән. 1734—44 йй....

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев (?—1755, Ырымбур ҡ.), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Әликәш Һөйөндөковтың улы. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында атаһы менән берлектә ихтилалды әҙерләүҙә ҡатнашыу тәҡдиме менән Батыршаға хат ебәрә. Май...

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан. Аҙнағол Ырыҫҡолов менән шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу тураһында хөкүмәт етәкселәре менән һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында...