Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӘЛӘКӘЙ ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл

БӘЛӘКӘЙ ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 428 кеше; 1939 — 443; 1959 — 320; 1989 — 206; 2002 — 170; 2010 — 172 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1914 й. һәм...

БӘЛӘКӘЙ УЧАЛЫ

БӘЛӘКӘЙ УЧАЛЫ, эшселәр ҡасабаһы, 1963 й. алып Учалы ҡ. эсендә. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында алтын мәғдәне ятҡылығын эшкәртә башлауға бәйле, ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1943 й. башлап Бәләкәй Учалы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1959 й. — 9296 кеше. 1963 й. ҡарай Учалы р‑нының Бәләкәй...

БӘЛӘКӘЙ ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

БӘЛӘКӘЙ ҮТӘШ, Бәрлеүәҫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 66 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 158 кеше; 1920 — 163; 1939 — 172; 1959 — 189; 1989 — 121; 2002 — 134; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БӘЛӘКӘЙ ЦИРТОГИПНУМ

БӘЛӘКӘЙ ЦИРТОГИПНУМ (Cyrto-hypnum minutulum), мүк һымаҡтар төрө. Йомшаҡ яҫы ҡараһыу йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө, ян емешле мүк. Һабағы йәйелеүсе, ҡауырһын һымаҡ, 1—3 см оҙонлоҡта, еп формаһындағы ҡыҫҡа парафилия (бармаҡ һымаҡ теленмә йәшел үҫенте) м‑н ҡапланған. Һабаҡ япрағы...

БӘЛӘКӘЙ ШӘРИП, Мәләүез р‑нындағы ауыл

БӘЛӘКӘЙ ШӘРИП, Шәрип, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Нөгөш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 157 кеше; 1959 — 236; 1989 — 232; 2002 — 280; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Смаҡ урта мәктәбе...

БӘЛӘКӘЙ ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

БӘЛӘКӘЙ ШИҘЕ, Балсыҡ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Баш-Шиҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 5 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Салдыбаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 564; 1939 — 340; 1959 — 404; 1989 — 222; 2002 — 207; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар, мариҙар...

БӘЛӘКӘЙ ЮЛДЫБАЙ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

БӘЛӘКӘЙ ЮЛДЫБАЙ, Һынташ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 260 кеше; 1939 — 293; 1959 — 214; 1989 — 237; 2002 — 245; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР

БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР, башҡорт фольклорында — мәҫәл, көләмәс, лаҡап, көлдөрөк, йомаҡ‑көләмәс, ымһындырыҡ. Лаҡап, нигеҙендә ҡушамат йәки урынһыҙ әйтелгән һүҙгә бәйле ысын булған көлкөлө ваҡиға ятҡан, ерле (локаль) мәҡәл, тапҡыр һүҙ урынына ҡулланылыусы фразеологик берәмек. Л.  тарихын һөйләһәң,...

БӘЛӘТӘР, һырт

БӘЛӘТӘР, Бәләтүр, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. төньяҡтараҡ Ағиҙел һәм Алағуян (Ағиҙел й. ҡушылдығы) йй. араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 6 км, абс. бейеклеге 790 м (Серекәй тауы). Рельефы Алағуян һәм Бөһөндө...

БӘЛЕШ

БӘЛЕШ, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Эслек һалып сөсө ҡамырҙан бешерелгән өҫтө ябыҡ түңәрәк ризыҡ. Эслек өсөн ит, ҡаҙ үпкә‑бауыры, ярма (тары, дөгө), йәшелсә (картуф, ҡабаҡ), татлы Б. өсөн емеш‑еләк (балан, ҡайын еләге) ҡулланыла. Итһеҙ Б. мул итеп май ҡушып әҙерләнә. Итле Б. табынға эҫе көйө...

БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ

БӘНДӘБИКӘ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14—15 бб. ҡарай. Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а. эргәһендә урынлашҡан. 1968 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй. тикшерелә. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролма. Кәшәнәнең түбәнге ярусы планда тура мөйөшлө (8,8×6,9 м) булған, өҫкөһө —...

БӘНИБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БӘНИБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 209 кеше; 1920 — 244; 1939 — 241; 1959 — 133; 1989 — 134; 2002 — 166; 2010 — 150 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс...

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...

БӘПЕМБӘ

БӘПЕМБӘ (Taraxacum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы көпшә рәүешендә, 20—50 см бейеклектә. Япрағы йоҡа, йәшел, шыма ситленән кәмә һымаҡ ҡауырһын бүлемлегә...

БӘРӘКӘТУЛЛА Мөхәммәт

БӘРӘКӘТУЛЛА Мөхәммәт (1858 йәки 1859, Бхопал ҡ., Һиндостан — 1927, Сан‑Франциско ҡ., АҠШ), Һинд милли‑азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Һиндостан милли конгресы һәм Мосолман лигаһы партиялары ағзаһы. 1915 й. Кабулда эмигранттар төҙөгән ирекле Һиндостандың Ваҡытлы хөкүмәте премьер-министры итеп һайлана. 1922 й....

БӘРҘӘСЛЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

БӘРҘӘСЛЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Бәрҙәсле й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 324 кеше; 1959 — 915; 1989 — 168; 2002 — 141; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БӘРҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡы а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 137 км алыҫлыҡта Павловка һыуһаҡлағысы янында Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 534; 1939 — 551; 1959 — 681; 1989 — 240; 2002 — 204;...

БӘРҘЕ ҠУРҒАНЫ V

БӘРҘЕ ҠУРҒАНЫ V, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Бәрҙе а. эргәһендә Бәрҙе й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Ырымбур пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкселәре Д.В.Мещеряков, Н.Л.Моргунова) тарафынан 1994 й. асыла һәм 1994—95 йй. тикшерелә. 24—25 м диам.,...

БӘРҘЕШЛЕ, Ишембай р‑нындағы ауыл

БӘРҘЕШЛЕ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Шыға й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 842 кеше; 1920 — 1010; 1939 — 1042; 1959 — 688; 1989 —249; 2002 — 254; 2010 — 212 кеше. Урыҫтар...

БӘРЕЙ, миф. персонажы

БӘРЕЙ, пәрей, бире, башҡ. мифологияһында яуыз рух — ел хужаһы. Иран пәрейҙәренә барып тоташа. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарҙа асыҡ ҡиәфәт‑килбәте булмаған ҡөҙрәтле көс һанала, кешегә әҙәм йәки хайуан (айыу, өйрәк, бесәй һ.б.) булып күренә. Кеше ҡиәфәтенә ингән Б. күҙгә...