Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОРОС

ҠОРОС, тимерҙең углерод (0,02—2,14%) м‑н иретмәһе, составына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡушылмалары, ш. уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле. Тәғәйенләнеше б‑са конструкция...

ҠОРОС АҒАС

ҠОРОС АҒАС (Fraxinus), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, һирәгерәк субтропиктарҙа һәм тропиктарҙа таралған. Башҡортостанда ланцет, йәки йәшел Ҡ.а., һәм пенсильвания, йәки ялбыр Ҡ.а. үҫә. Япраҡ ҡойоусы ике өйлө ағас, 150— 350...

ҠОРОС‑ҠАРАН, һаҙлыҡ

ҠОРОС‑ҠАРАН, Маты й. (Сөн й. басс.)  басс. һаҙлыҡ. Баҡалы р‑ны Ҡорос‑Ҡаран а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 41 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,5 м, иң ҡалыны 2,5 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, билдәһеҙ кәкүкбаш, дарыулы...

ҠОРОСҮЛӘН

ҠОРОСҮЛӘН (Ononis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70‑тән ашыу төрө билдәле, Евразияның көнбайыш өлөшөндә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда баҫыу Ҡ. үҫә. Күп башлы ҡыҫҡа тамырһабағы һәм оҙон ағасланған тамыры булған күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, төбөндә ағасҡа әйләнеүсән,...

ҠОРОТ

ҠОРОТ, башҡорт аш-һыуының традицион һөт аҙығы. Күп кенә төрки һәм монгол халыҡтарының аш-һыуында осрай. Башҡорттар Ҡ. айыртылған һәм ойотолған һыйыр (һирәкләп — кәзә) һөтөнән яһай. Ойотҡо итеп әсе Ҡ. йәки ҡатыҡ файҙаланалар. Эркетте эремсек барлыҡҡа килгәнсе ҡайнатҡас, киндер тоҡҡа һалып һарҡыталар....

ҠОРОШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҠОРОШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 70 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 175 км алыҫлыҡта Ҡорош й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 411 кеше; 1920 – 543; 1939 – 500; 1959 – 443; 1989 – 212; 2002 – 205; 2010 – 175 кеше....

ҠОРТЛОКҮЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҠОРТЛОКҮЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡортлокүл а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 409 кеше; 1939 – 704; 1959 – 698; 1989 – 415; 2002 – 412; 2010 – 410 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ҠОРУЙЫЛ, йылға

ҠОРУЙЫЛ, Ҡоройылға, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Ейәнсура р‑ны Биштирәк а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район терр‑яһы буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Үрге Мәмбәтша а. эргәһендә йүнәлешен үҙгәртә һәм артабан көньяҡ‑көнбайышҡа табан, түбәнге ағымында Ырымбур өлк. буйлап...

ҠОРҺАҒАЯҠЛЫЛАР

ҠОРҺАҒАЯҠЛЫЛАР, ҡусҡарҙа р (Gastropoda), моллюскыларҙың иң күп һанлы класы. Яҡынса 105 мең төрө билдәле, диңгеҙҙә, сөсө һыуҙа һәм ҡоро ерҙә таралған. БР‑ҙа яҡынса 40 төрө бар, башлыса битиния, быуа ҡусҡары, күләүексә, лайлалы ҡусҡар, тәгәрмәс-ҡусҡар. Тәне асимметриялы, 1—40 мм оҙонлоҡта, кәүҙәнән (аяғы...

ҠОРҺАҠ ТИФЫ

ҠОРҺАҠ ТИФЫ, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Ауырыуҙы тыуҙырыусы — тирә‑яҡ мөхиттә бирешмәүсән Salmonella төркөмөндәге бактериялар. Һыу, аҙыҡ һ.б. аша ауырыуҙарҙан, бактерия йөрөтөүселәрҙән йоға. Бактериялар аш һеңдереү юлынан нәҙек эсәктең лимфа төйөндәренә үтеп инә, аҙаҡтан ҡан тамырҙары системаһына...

ҠОРҺАҠ, йылға

ҠОРҺАҠ, Ҡорҫаҡ, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Веровка а. төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй һәм Әлшәй р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Дим й. (тамағынан 220 км алыҫлыҡта) ҡоя....

ҠОРЪЯТМАҪ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠОРЪЯТМАҪ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында, Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1238 кеше; 1920 — 1526; 1939 — 1140; 1959 — 991; 1989 — 640; 2002 — 607; 2010 — 634 кеше. Башҡорттар...

ҠОРЪЯТМАҪ, һырт

ҠОРЪЯТМАҪ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил р‑ны буйлап Салауат а. киңлегенән Ишҡол а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 34 км яҡын, төньяҡта киңлеге 5 км яҡын, көньяҡта — 7 км, абс. бейеклеге 750 м (Турпай тауы). Асыҡ күренгән текә битләүле армыттарға бүленгән...

ҠОТ ҠОЙОУ

ҠОТ ҠОЙОУ (төркисә ҡот — йән, йәшәү көсө; бәхет, далан), башҡорттарҙа халыҡ дауаһы (ҡара: Халыҡ медицинаһы) ысулы; ҡурҡыу сәбәбен асыҡлау һәм унан ҡотҡарыу (“ҡот” ҡайтарыу) өсөн ҡулланыла. Башҡорттарҙың боронғо хөрәфәттәренә ярашлы, кеше “ҡот” м‑н, һирәк осраҡтарҙа ҡотһоҙ ҙа тыуа. Бик ныҡ ҡурҡҡанда...

ҠОТАН, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҠОТАН, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ырғыҙлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Белорет т. юл ст. 180 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 144 кеше; 1920 – 186; 1939 – 154; 1959 – 175; 1989 – 223; 2002 – 311; 2010 – 317 кеше. Башҡорттар...

ҠОТБ, төрки шағиры

ҠОТБ (13 б. аҙ. – 14 б. уртаһы), төрки шағиры. Ҡ. т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Ҡ. биографияһының ҡайһы бер факттары уның “Хөсрәү вә Ширин” әҫәрендә бирелгән. Әҫәрҙән күренеүенсә, 14 б. 30—40‑сы йй. Ҡ. Алтын Урҙа ханы Үзбәк һәм уның улы Тәнибәктең һарайы эргәһендә йәшәгән (?—1342). Әҙәб.:...

ҠОТДОСОВ Наил Яҡуп улы

ҠОТДОСОВ Наил Яҡуп улы [19.10.1941, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 7.6.1995, Өфө], зоотехник, яҙыусы. А.х. ф. д‑ры (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бәләбәй р‑нының а.х. идаралығы баш зоотехнигы. 1971 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй: 1974 й. башлап...

ҠОТИП Зиннәт Ҡотип улы

ҠОТИП (Ҡотипов) Зиннәт Ҡотип улы [1918, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Арый а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – 6.7.1944], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Дәүләкән пед. уч‑щеһында уҡыта. Фронтта һәләк була. Тәүге әҫәрҙәре 30‑сы йй....

ҠОТҠОР, тәбиғәт ҡомартҡыһы

ҠОТҠОР, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑ны Ҡаһарман а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 350 га. Төбәк буйлап Ҡотҡор й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) аға, йылғала европа бәрҙеһе йәшәй. Ландшафы ҡараһыу һоро урман, ҡара тупраҡтарҙағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан тора....

ҠОТЛО, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҠОТЛО, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡарый а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 455 кеше; 1920 – 420; 1939 – 319; 1959 – 157; 1989 – 167; 2002 – 195; 2010 – 233 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...