Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПСИХОТЕРАПИЯ

ПСИХОТЕРАПИЯ (психо... һәм гр. therapeia — дауалау), кешене дауалау йәки уның тәртибен төҙәтер өсөн пси‑ хик тәьҫир итеү (һүҙ, ҡылыҡ, хәл-шарт м‑н). П. рациональ (аңлатып биреү), ышандырыу (йоҡламаған ваҡытта йәки гипнозда), үҙ‑үҙеңде ышандырыу (аутотренинг) һ.б. төрҙәргә айырыла. Невроздарҙы, психопатияларҙы,...

ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ

ПСИХОФИЗИОЛОГИЯ, фәнни дисциплина, уның өйрәнеү предметы — кешенең психик эшмәкәрлегенең һәм тәртибенең физиол. нигеҙҙәре. П. кешенең системалы, нейрон, синаптик кимәлдәрҙә ҡабул итеү, иғтибар итеү, иҫтә ҡалдырыу, хис‑тойғолар һәм хәрәкәт әүҙемлеге процестарын тикшерә. Дөйөм, йәш б‑са, дифференциаль,...

ПСИХРОФИТТАР

ПСИХРОФИТТАР (гр. psychrós — һыуыҡ һәм ...фит), һыуыҡ урында тереклек итеүсе үҫемлектәр. Башҡортостанда башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бореаль тайга зонаһында һәм тау тундраһында таралған. Тамыры һыуҙы насар үҙләштергәнгә, дым етерлек булғанда ла уға ҡытлыҡ кисерә. П. ксерофиттарҙың ҡайһы бер...

ПСОРИАЗ

ПСОРИАЗ (гр. psóra — ҡысынма), т ә ң к ә л е т и м е р ә ү, хроник ҡабатланып торған тире ауырыуы. Ғәҙәти төйөрсәле, экссудатлы, артропатик, эренле П., псориаз эритродермияһы һ.б. айырыла. 3 стадияға бүленә: көсәйә барған, стационар, кәмей барған. Сәбәбе асыҡланмаған. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: генетик...

ПСТЫГО Иван Иванович

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар...

ПТАШКО Олег Анатольевич

ПТАШКО Олег Анатольевич (30.3. 1962, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивангород а.), химик. Химия ф. д‑ры (2007). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Салауат ҡ. эшләй: 8‑се (1986 й. тиклем) һәм 14‑се (1987) урта мәктәптәр уҡытыусыһы. 1988 й. башлап Органик химия ин‑тында, 1992—96 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында...

ПТЕРИДОЛОГИЯ

ПТЕРИДОЛОГИЯ (гр. pteris — абаға һәм ...логия), ботаниканың птеридофлораны (абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар) өйрәнгән бүлеге. Башҡортостан птеридофлораһы т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр 1768—74 йй. Академик экспедицияларҙа ҡатнашҡан И.И.Георгиҙың (3 төр абаға һәм 2 төр көкөрт үләне...

ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна

ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна (13.6.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Михайловка а. — 23.5.1995, БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ольховка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1934— 70 йй. Бишбүләк р‑нының “Дим” с‑зында эшләй: 1941 й. тиклем, 1942— 47 йй. һәм 1956—70 йй. быҙау ҡараусы, 1947—56 йй. бригадир. Юғары етештереү...

ПТОЛЕМЕЙ Клавдий

ПТОЛЕМЕЙ Клавдий (яҡынса 90 й. — 168 й. тирәһе), боронғо грек ғалимы, астроном. Александрия ҡ. (Мысыр) йәшәгән. “13 китапта астрономияның бөйөк математик төҙөлөшө” (“Великое математическое построение астрономии в 13 книгах”; ғәрәпсә исеме “Альмагест”) хеҙмәте авторы. “География буйынса ҡулланма” (“Руководство...

ПУБЛИЦИСТИКА

ПУБЛИЦИСТИКА (лат. publicus — йәмғиәт), әҙәбиәттең үҙендә художестволы һәм оратор прозаһы элементтарын берләштергән үҙенсәлекле төрө. Көнүҙәк соц., сәйәси, тарихи, әхлаҡи‑этик, экологик һ.б. проблемаларҙы яҡтырта. Уға экспрессивлыҡ һәм асыҡ тенденциозлыҡ хас. П. ысынбарлыҡты танып белеүҙең художестволы...

ПУГАЕВ Степан Александрович

ПУГАЕВ Степан Александрович (1.10.1910, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡсб — 28.12.1944, Фелединце ҡ., Чехословакия), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—32 йй., 1936—41 йй. БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ст. эшләй. 1932—36 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла....

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (5.6.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), журналистика теоретигы, китап эше белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971—77 йй. “Ленинец” гәз. редакцияһында эшләй: әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, яуаплы секретарь. 1981 й. алып БДУ‑ла...

ПУГАЧЁВ Емельян Иванович

ПУГАЧЁВ Емельян Иванович [1740 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1742), Дон ғәскәре өлк. Зимовейская станицаһы — 10.1.1775, Мәскәү], Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) етәксеһе. Дон казагы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғыштарында ҡатнашыусы. Хорунжий (1770). Яйыҡ казактарының 1772 й. ихтилалы баҫтырылғандан...

ПУГАЧЁВ РАЙОНЫ

ПУГАЧЁВ РАЙОНЫ, Һарытау өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1928 й. 23 июлендә ойошторолған. Майҙаны — 3826 км2. Адм. үҙәге — Пугачёв ҡалаһы. Районда 10 ауыл советы, 64 ауыл бар. Халҡы — 20,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 3,0% башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур...

ПУГАЧЁВ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ПУГАЧЁВ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 139 кеше; 1959 — 241; 1989 — 132; 2002 — 121; 2010 — 89 кеше. Сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ПУЗИН Юрий Иванович

ПУЗИН Юрий Иванович (11.10. 1955, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1996), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. химигы (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләгән: 1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1997 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге радикаль...

ПУКРОКОВ Фёдор Пукрокович

ПУКРОКОВ Фёдор (Фатихян) Пукрокович (16.11.1937, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Вязовка а.), яҙыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Ижевск мед. ин‑тында уҡыта, 1974—75 йй. “Советская Удмуртия” (“Совет Удмуртияһы”) гәз., 1978 й. алып Удмурт китап нәшриәте, 1985— 86 йй. “Молот” (“Сүкеш”) ж., 1991—93 йй. “Инвожо”...

ПУЛЬКИН Григорий Степанович

ПУЛЬКИН Григорий Степанович [1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 12.1.1945, Борак а., Польша], Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленин орденлы Артиллерия офицерҙарының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары...

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ (лат. púlmo — үпкә һәм ...логия), терапия бүлеге, унда тын алыу ағзалары (үпкә һәм тын алыу юлдары) ауырыуҙарының этиологияһы, патогенезы, клиник формалары өйрәнелә, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә. Уларҙы өйрәнеү түбәндәге төрҙәргә бүленә: cпецифик булмаған...

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ, спортта атыуҙың бер төрө, ата торған һәм пневматик ҡоралдан сәпкә атыу. Башҡортостанда П.м.а. 20 б. 20‑се йй. аҙ. Башосоавиахимда (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) үҫешә. 1931 й. П.м.а. “СССР‑ҙа хеҙмәткә һәм оборонаға º´ер” күпбәйге комплексына...