Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨФӨ ҠАЛАСЫҠТАРЫ

ӨФӨ ҠАЛАСЫҠТАРЫ, б.э.т. 4 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Өфө терр‑яһында урынлашҡан. Ө.ҡ.I, ҡара: Шайтан ҡаласығы. Ө.ҡ.II, ҡара: Өфө II. Ө.ҡ.III З.Вәлиди, Воровской, Яңы күпер, Окт. Революцияһы, Пушкин, Туҡай урамдары тирәһендә урынлашҡан. 1952 й. асыла, 1954 й. П.Ф.Ищериков, 1990 й. В.В.Овсянников...

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. “Йәшел Сауҡалыҡ” шифаханаһы терр‑яһында Лысая тауынан төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. 1911 й. асыла, 1911—12 йй. В.В.Гольмстен, Д.Н.Эдинг, 1973 й. Ю.А.Морозов тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. Яҡынса 28 ҡәбер...

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ

ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ, иртә тимер быуат — иртә Урта быуат археологик ҡомартҡылары. Өфө терр‑яһында урынлашҡан. 40‑ҡа яҡын ҡәберлек асылған һәм өйрәнелгән, тәүге ҡәберлектәр 18 б. аҙ. табылған. Яңы Өфө ҡәберлеге Ананьин мәҙәниәтенә, Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарай. З.Вәлиди һәм Аксаков, Гоголь, К.Маркс урамдары...

ӨФӨ ЛАК-БУЯУ ЗАВОДЫ

ӨФӨ ЛАК-БУЯУ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Буяуҙар, коррозияға ҡаршы һәм махсус тәғәйенләнешле материалдар етештерә. Составына: 1‑се һәм 2‑се цехтар, лаб. инә. 2012 й. 50 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1941 й. эвакуацияланған 1‑се һәм 2‑се Мәскәү буяу з‑дтары базаһында “Полиграф”...

ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ МАКАРОН ФАБРИКАҺЫ. 1935 й. “Пролетарка” Ө.м.ф. булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1955 й. алып Ө.м.ф., 1992 й. — ААЙ (2000 йй. башында бета‑каротинлы макарон изделиеларын сығарыу үҙләштерелә), 2005 й. ябыла. 60—80‑се йй. илдәге макарон сәнәғәтенең төп пр‑тиеһы булған. Составына преслау, киптереү, фасовкалау,...

ӨФӨ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТЫ №30

ӨФӨ МӘКТӘП-ИНТЕРНАТЫ №30. 1902 й. Һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы булараҡ асыла, 1919 й. алып һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн Өфө хеҙмәт мәктәп‑коммунаһы, 1936 й. — һаңғырау‑телһеҙ балалар өсөн өлкә тулы булмаған урта мәктәбе, 1950 й. — ҡолаҡҡа ҡаты һәм һуң һаңғырауланған балалар өсөн өлкә урта мәктәбе (1955...

ӨФӨ МӘКТӘП‑ИНТЕРНАТЫ башланғыс осоусылар әҙерләү буйынса

ӨФӨ МӘКТӘП‑ИНТЕРНАТЫ. 1999 й. башланғыс осоусылар әҙерләгән Өфө мәктәп‑интернаты булараҡ асыла. 2008 й. М.Ғ.Гәрәев исеме бирелә. 7 класс тамамлаған малайҙар һәм 4 класс тамамлаған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Профилле уҡытыу теория (аэродинамика, самолёттың авиация һәм радиоэлектрон ҡорамалдары, самолёт һәм...

ӨФӨ МЕТАЛЛ ҺӘМ ПЛАСТМАССА ӘЙБЕРҘӘР ЗАВОДЫ

ӨФӨ МЕТАЛЛ ҺӘМ ПЛАСТМАССА ӘЙБЕРҘӘР ЗАВОДЫ, ФДУП. Терәк‑хәрәкәт аппараты функциялары боҙолған кешеләр өсөн реабилитация саралары һәм мед. техникаһы етештерә (ҡул таяҡтары, ҡултыҡ таяҡтары, кресло-коляскалар, протез ярым фабрикаттары һ.б.). Составына ағас эшкәртеү, гальваник, инструменталь, механика,...

ӨФӨ МОТОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ӨФӨ МОТОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. РФ‑та авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур берекмә. Хәрби авиация, вертолёт техникаһы узелдары өсөн газ турбиналы двигателдәр эшләй, етештерә һәм ремонтлай; нефть‑газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар һ.б. сығара. Составына төп һәм инструменталь производстволары...

ӨФӨ НАМЕСТНИКЛЫҒЫ

ӨФӨ НАМЕСТНИКЛЫҒЫ, 1782 й. апр. императрица Екатерина II 1781 й. 23 дек. “Өфө наместниклығын ойоштороу тураһында...” указы м‑н ойошторола. Наместниклыҡҡа Ырымбур губ. терр‑ялары инә. Төньяҡта — Пермь, төньяҡ‑көнсығышта — Тубыл наместниклыҡтары, көнсығышта һәм көньяҡта — ҡаҙаҡ йөҙҙәре, көньяҡ‑көнбайышта...

ӨФӨ НЕФТЬ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ

ӨФӨ НЕФТЬ ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ, 1947 й. “Башнефть” берекмәһенең Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1935 й. асылған) м‑н Өфө нефть эшкәртеү заводының Үҙәк лаб. базаһында ойошторола, 1970 й. “Башнефтепроект” ин‑ты м‑н берләшкәндән һуң “БашНИПИнефть” ин‑ты итеп үҙгәртелә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:...

ӨФӨ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

ӨФӨ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Ҡорос һәм алюмин төҙөлөш конструкциялары һәм изделиелары етештерә, сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшөндә металл һәм тимер‑бетон конструкцияларҙы монтажлау м‑н шөғөлләнә. Составында һаҡлаусы алюмин төҙөлөш конструкциялары, ҡорос металл конструкциялары цехтары (икеһе...

ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, төрлө маркалы яғыулыҡ алған нефть һәм углеводород газдар эшкәртеү пр‑тиеһы. Составында яғыулыҡ, газ‑каталитик, химия, сервис, тауар производстволары бар. 2013 й. 1356 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла....

ӨФӨ ОПЕРАЦИЯҺЫ

ӨФӨ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Көнсығыш фронты Көньяҡ армиялар төркөмөнөң 1919 й. 25 майы — 19 июнендә Өфөнө алыр өсөн үткәрелгән һөжүм итеү операцияһы; Граждандар һуғышы осоронда Көнсығыш фронттың дөйөм һөжүменең бер өлөшө. Бәләбәй операцияһы тамамланғандан һуң Көньяҡ армиялар төркөмө Көнбайыш армияны тар-мар...

ӨФӨ ӨЙӘҘЕ

ӨФӨ ӨЙӘҘЕ, 1) 16 б. аҙ. Рус дәүләте составына ингән башҡорттарҙың терр‑яһында (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) ойошторола. Сиктәре: төньяҡ‑көнбайышта — Кама й. һул яры буйлап (урыны м‑н уң ярының өлөшө); көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта – Тубыл й. (Иртыш й. ҡушылдығы) үрге ағымынан, Яйыҡ...

ӨФӨ ӨЛКӘҺЕ

ӨФӨ ӨЛКӘҺЕ, СССР ЮС‑ы Президиумының 1952 й. 29 майындағы указы м‑н БАССР составында ойошторола. Өлкәгә респ. төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ өлөштәре инә. Төньяҡта — Молотов (ҡара: Пермь крайы) һәм Свердловск өлкәләре, көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығышта – Силәбе өлкәһе, көньяҡта – Стәрлетамаҡ өлкәһе, көньяҡ‑көнбайышта...

ӨФӨ ПЕХОТА ПОЛКЫ

ӨФӨ ПЕХОТА ПОЛКЫ, император Павел I 1796 й. 29 нояб. исемле указы б‑са 2‑се һәм 3‑сө Ырымбур ялан батальондарынан Өфө мушкетёрҙар полкы (1798—1801 йй. өҫтәмә рәүештә полк шефтары исеме м‑н аталған) булараҡ ойошторола; 1811 й. алып Ө.п.п., 1829 й. окт. башлап 64‑се, 1830 й. ғин. — Йыйылма Ө.п.п, февр....

ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ

ӨФӨ ПОЛИГРАФКОМБИНАТЫ, китап продукцияһы етештереү пр‑тиеһы (йылына яҡынса 1 млн дана китап‑журнал продукцияһы сығара, ш. иҫ. 0,5 млн ҡаты тышлы китап); уҡыу, уҡытыу‑методик, нәфис әҙәбиәт, альбомдар, плакаттар, календарҙар, открыткалар, буклеттар һ.б. нәшер итә. Составында китап баҫыу, китап төпләү...

ӨФӨ ПОЧТАМТЫ

ӨФӨ ПОЧТАМТЫ, “Рәсәй почтаһы” ФДУП‑ы филиалы — БР‑ҙың Федераль почта элемтәһе идаралығының айырым структур бүлексәһе. Почта элемтәһе хеҙмәттәрен күрһәтә. Составында 141 почта элемтәһе бүлеге, шуларҙың 85‑е — Өфөлә, 21‑е — Өфө, 18‑е — Кушнаренко, 16‑һы — Благовещен р‑ндарында урынлашҡан; матбуғат таратыу...

ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. Авиация һәм йыһан техникаһы, үткәргес торба транспортының бикләү‑көйләү арматураһы өсөн привод техникаһы, автоматлаштырыу саралары һ.б. етештерә. Составында йыйыу‑монтажлау, механик әҙерләү, тимерлек‑штамплау, ҡойоу‑термик, пластмасса эшкәртеү, иретеп...