Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИФТЕРИЯ

ДИФТЕРИЯ (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Corynebacterium diphtheriae бактериялары; ҡояш яҡтыһы, юғары т‑ра, дезинфекция саралары һ.б. тәьҫирендә үлә. Ауыҙ ҡыуышлығы, танау, тамаҡ, тышҡы енес ағзалары, тире, ҡатнаш һ.б. Д. була. Һауа аша йоға. Дифтерия...

ДМИТРИЕВ Дмитрий Михайлович

ДМИТРИЕВ Дмитрий Михайлович (4.8.1961, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). БДМИ‑ны (1984), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1999) тамамлаған. 1985 й. алып — Өфөнөң 2‑се поликлиникаһында, 1987—2006 йй. (өҙөклөк м‑н) 18‑се дауаханаһында (1999 й. башлап баш табип) эшләй....

ДОБРОХОТОВА Александра Ивановна

ДОБРОХОТОВА Александра Ивановна (1884, Кострома губ. Кинешма ҡ. — 13.2.1958, Мәскәү), педиатр, инфекционист. СССР Мед. ФА-ның мөхбир ағзаһы (1952). Мед. ф. д-ры, профессор. СССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1948), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа инфекцион ауырыуҙарҙы (дизентерия,...

ДОРСАЛГИЯ

ДОРСАЛГИЯ (лат. dorsum — арҡа һәм гр. algos – ауыртыу), терәк-хәрәкәт аппаратының (умыртҡа араһы быуындары, дүңгәләктәре, мускулдар, бәйләүестәр, һеңерҙәр, фасциялар) дистрофик һәм функциональ үҙгәрештәре сәбәпсе булған ауырыу. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары: арҡа ауыртыу (хәрәкәт иткәндә...

ДРУЖИНИНА Наталья Анатольевна

ДРУЖИНИНА Наталья Анатольевна (10.8.1951, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй. 1983 й. алып БДМУ‑ла, 1999 й. — БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...