Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ. Д.‑и.у. ололар һәм балалар өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар, диспансерҙар, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте, ашығыс медицина ярҙамы станциялары, һуғыш ветерандары госпиталдәре, медицина үҙәктәре, клиникалар (вуздар һәм ҒТИ‑лар...

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ, махсус һайланған физик күнекмәләр, тәбиғәт факторҙарын ҡулланып ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауырығандарҙы дауалау һәм мед. реабилитациялауы ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Д.ф. үҙ эсенә механотерапия, хеҙмәт терапияһы һәм дауалау массажын ала. Д.ф. төрҙәре: гигиеник, дауалау һәм...

ДАРЫУХАНАЛАР

ДАРЫУХАНАЛАР(гр. apothеkе — склад), дарыуҙарҙы, гигиена әйберҙәрен һәм башҡа мед. тауарҙарын әҙерләү, һаҡлау һәм һатыуҙы ғәмәлгә ашырған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Өфөлә 1787 й. — тәүге Б.Миллерҙың хосуси Д., 1807 й.  хөкүмәт Д. асыла. 1880 й. Өфөлә һәм 1881 й. Стәрлетамаҡ ҡ. тәүге земство Д. (ҡара:...

ДАРЫУҘАР

ДАРЫУҘАР, ауырыуҙы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау һәм ауырға ҡалыуҙы булдырмау өсөн ҡулланылған матдәләр. Химик синтез ысулдары м‑н йәки биотехнологиялар ярҙамында кеше йәки хайуан ҡанынан, ағзаларынан һәм туҡымаларынан, микроорганизмдарҙан, үҫемлектәрҙән һәм минералдарҙан алына. РФ‑та Д. дәүләт...

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич (10.10.1956, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 19‑сы берләштерелгән балалар дауаханаһында, 1988 й. алып 13‑сө дауаханаһында, 1991 й. — Куйбышев т. юлының Өфө ст. бүлексә дауаханаһында эшләй, 2000 й. —...