Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АКВАРЕЛЬ

АКВАРЕЛЬ (фр. aguarelle) һыу ҡушып шыйығайтылған буяуҙар, ш. уҡ ошо буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсем. А. төп сифаты — буяу ҡатламы аша ерлектең (ҡағыҙ, һирәгерәк — ебәк, фил һөйәге) тоны һәм фактураһының үтәнән-үтә күренеүсәнлеге. А. живопись (тон байлығы, төҫ м‑н форма һәм киңлек перспективаһын булдырыу)...

АППЛИКАЦИЯ

АППЛИКАЦИЯ (лат. applicatio — ябыу), туҡыма йәки ҡағыҙға төрлө төҫтәге материал киҫәктәрен йәбештереү, тегеү ысулы м‑н нәфис һүрәттәр эшләү; ошо ысул м‑н эшләнгән һүрәт, биҙәк. Башҡорттарҙа А. — тамыры м‑н төрки‑монгол күсмә халыҡтарының боронғо мәҙәниәтенә барып тоташыусы биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең...

АССАМБЛЯЖ

АССАМБЛЯЖ (фр. assemblage), һынлы сәнғәттә ғәҙәти булмаған материалдарҙан эшләнгән әҫәр. А. техникаһы 20 б. башында кубистар коллажынан, Пикассо һәм итальян футуристарының тәүге абстракт скульптураларынан барлыҡҡа килә. Концептуаль сәнғәт төрө булараҡ А. бер үк ваҡытта төрлө пластик һәм рәсем сәнғәте...

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович [29.12.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 8.12.1994, Мәскәү], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1989). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. халыҡ күтәрелеше иҫтәлегенә арналған Мәскәү өлкә һынлы сәнғәт художество...