Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы (20.1.1949, БАССР-ҙың Благовар р-ны Иҫке Һынны а.), рәссам. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарында үҙенсәлекле эшләгән рәссам. Д. эштәре стилистик төрлөлөк м-н айырыла, уларҙа экспрессионизм өҫтөнлөк ала. Төҫ, һыҙыҡ м-н импровизациялап, полотноларының композицияһын, пластикаһын...

ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы

ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы (2.11.1957, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ишмәмәт а. — 7.7.2015, Неаполь ҡ., Италия; тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзыағзаһы (1995). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1982), БДПУ‑ны (2000) тамамлаған. 1997 й. алып  2‑се Өфө пед. колледжында,...

ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы

ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы [11.4.1887, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Күгел а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 19.1.1947, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). А.Л.Штиглицтың Үҙәк техник рәсем уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1914) “Өсмөйөш” резина мануфактураһы эргәһендәге фабрика мәктәбе (икеһе лә —...

ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5.4.1946, Өфө — 23.1.2006, Мәскәү), рәссам. Мәскәү туҡыу ин‑тын тамамлаған (1971). Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), РФ Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан...

ДВОРНИК Александр Александрович

ДВОРНИК Александр Александрович (22.9.1950, Өфө ҡ. — 4.9.2020, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Түбәнге Тагил педагогия институтын тамамлаған (1979). 1974—99 йй. 3‑сө балалар художество мәктәбе (Өфө ҡ.) директоры. 1998—2000 йй. БР Рәссамдар...

ДЕРГУН Сергей Кириллович

ДЕРГУН Сергей Кириллович (21.10.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Вознесенка а.), рәссам. Рәссамдар союзыағзаһы (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Кубань ун‑тын тамамлаған (Краснодар ҡ., 1974). 1976 й. алып БДПИ‑ла, 1990—2010 йй. Тольятти ун‑тында уҡыта. 1970‑се йй. аҙ. башлап реалистик...

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы (13.3.1930, Түбәнге Новгород крайы Новомочалино а. — 1981, Мәскәү), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1971 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. Китап графикаһы һәм...

ДИЗАЙН

ДИЗАЙН (ингл. design — проект, ниәт, һыҙма, һүрәт; лат. designare — тәғәйенләнеште асыҡлау, билдәләү), функциональ форма барлыҡҡа килтереүҙәге ижади процесс һәм ысул, ш. уҡ сәнәғәт изделиелары, мебель, төрлө инструменттар, машиналар проектлау, хеҙмәт процесын һәм әйберҙәр мөхитен ойоштороу б‑са проф....

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 2003 й. Өфөлә “Рәсәй дизайнерҙары союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы б‑са төбәк бүлексәһе булараҡ ойошторола. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ. дизайнерҙары “Рәсәй дизайнерҙары союзы” на инә: В.В.Кашлачёв, А.Ә.Саҙретдинов (икеһе...

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович (5.4.1924, Иваново-Вознесенский губ. Кригоузово а. — 20.6.2003, Өфө), рәссам. СССР‑ҙың (1982) һәм РСФСРҙың (1975) халыҡ рәссамы. Рәсәй художество акад. мөхбир ағзаһы (1996). РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1965), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965). Рәссамдар союзы ағзаһы (1954)....