Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФИЗИК ЭЛЕКТРОНИКА

ФИЗИК ЭЛЕКТРОНИКА, фән һәм техниканың вакуумдағы, газдарҙағы, шыйыҡ, ҡаты есемдәрҙәге һәм плазмалағы, ш. уҡ уларҙың сиктәрендәге физик күренештәрҙе электрон приборҙар һәм ҡоролмалар төҙөү маҡсатында өйрәнгән өлкәһе; электрониканың теоретик нигеҙе. Төп бүлектәре: зарядланған өлөшсәләрҙең эмиссияһы; вакуумда...

ФИЗИКА

ФИЗИКА (гр. phýsis — тәбиғәт), матди донъяның дөйөм үҙсәнлектәрен, тәбиғәт күренештәренең һанса законлыҡтарын өйрәнгән фән. Ф. закондары тәбиғәт белеменең нигеҙен тәшкил итә. Тикшеренеү объекттары б‑са металлофизика, молекуляр физика, радиофизика, атомдар һәм молекулалар физикаһы, түбән температуралар...

ФИЗИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ФИЗИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, уҡыу йорттарында физика б‑са белем алыу, уны инженерлыҡ‑техник һәм тикшеренеү мәсьәләләрен сисеү өсөн ҡулланыу ысулдарына эйә булыу системаһы; юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Махсус һәм дөйөм Ф.б.б.б. бүленә. Физика б‑са махсус белем юғары уҡыу йорттарында, дөйөм...

ФИЛЬТРҘАР

ФИЛЬТРҘАР, ш ы й ы ҡ л ы ҡ  һ ә м  г а з  ф и л ь т р ҙ а р ы, күҙәүле бүлкәләр йәки селтәрҙәр ярҙамында ҡаты һәм шыйыҡ (газ) фазалар ингән бер төрлө булмаған системаларҙы айырыу, ҡуйыртыу йәки асыҡландырыу өсөн аппараттар. Фильтрлау бүлкәнең ике яғындағы баҫым айырмаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, бүлкә...

ФИНАНС МАТЕМАТИКАҺЫ

ФИНАНС МАТЕМАТИКАҺЫ, финанс структураларының матем моделдәрен өйрәнгән ғәмәли математика бүлеге. Төп йүнәлештәре: классик (һөҙөмтәләрен алдан билдәләп була торған, йәки кредит математикаһы; банк эштәрендәге, кредитлауҙағы, инвестициялауҙағы һәм тикшеренеүҙәрҙәге векселдәр, депозит сертификаттары, облигациялар...

ФУНДАМЕНТТАР

ФУНДАМЕНТТАР (лат. fundamentum — нигеҙ), йөкләмәне биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың ер өҫтөндәге өлөшөнән тәбиғи йәки яһалма грунтҡа тапшырыусы өлөшө (башлыса ер аҫтындағы). Ҡоролоу ысулдары б‑са Ф. һай (нигеҙ соҡорҙарында) һәм тәрән һалынғандарға; типтары б‑са — таҫма һымаҡ, айырым торған (бағана һымаҡ),...

ФУНКЦИОНАЛ

ФУНКЦИОНАЛ, киң мәғәнәлә — ниндәйҙер арауыҡта (өҙлөкһөҙ кәкре һыҙыҡ м-н сикләнгән өлкәнең майҙаны, көс ҡырының теге йәки был юлда башҡарған эше һ.б.) билдәләнгән һанса функция; тар мәғәнәлә — ирекле алынған күмәклектең ысын йәки комплекслы һандар күмәклегенә сағылышы. Баштағы күмәклектәрҙең структураһына...

ФУНКЦИОНАЛЬ АНАЛИЗ

ФУНКЦИОНАЛЬ АНАЛИЗ, математиканың аргументтары сикһеҙ күп үлсәмле арауыҡҡа (топологик, векторлы, метрик арауыҡтар, Гильберт һәм Банах арауыҡтары) ҡараған функцияларҙы, уларҙың сағылыштарын, ш. уҡ был структуралар т-дағы мәғлүмәттәрҙе билдәле мәсьәләләргә ҡарата ҡулланылыу ысулдарын өйрәнгән бүлеге....

ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ

ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ, функциялар системаһының үҙсәнлеге. Ниндәйҙер ҡыр өҫтөндәге векторлы топологик функциялар арауығының теләһә ниндәй функцияһы ошо системаның сикләнгән һыҙыҡлы комбинациялары м-н аппроксимацияланыуынан ғибәрәт. Ф.с.т. (тригонометрик, экспоненциаль һ.б.) аппроксимация, интерполяция,...