Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ

МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 2—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Магнит ҡасабаһы янында Гөмбәй й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1994 й. С.Г.Боталов тарафынан асыла, 1997 й. С.Ю.Гуцалов өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 28 ҡурғандан тора, 1‑һе өйрәнелгән (диам. 26 м, киңлеге 26 м). Ҡурғандың...

МАГНЕТИТ

МАГНЕТИТ (гр. magnēt† is — магнит), м а г н и т л ы т и м е р м ә ғ д ә н е, ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, FeFe2O4, шпинель төркөмө. Составында 31% FeO, 69% Fe2O3, 72,4% Fe һәм титан, ванадий, марганец, магний, алюмин, хром ҡушылмалары бар. Кристалдары башлыса октаэдр формаһында. Агрегаттары...

МАГНЕТИЗМ

МАГНЕТИЗМ (гр. magnе†tis — магнит), тәбиғәттәге һәр бер есемдең ниндәйҙер дәрәжәлә магнит үҙенсәлектәренә эйә булыуына бәйләнгән универсаль тәбиғәт күренеше. Был, башлыса, матдәләрҙең атомдары составына ингән электрондарҙың магнит моменттары булыуы м‑н аңлатыла. Ҡайһы бер химик элементтар атомдарының...

МАГНЕЗИТ

МАГНЕЗИТ (яңы лат. magneјsia — магнезия), 1) карбонаттар класы минералы, MgCO3. Составында 47,82% MgO, 52,18% CO2 бар; изоморф ҡушылмалары: тимер, марганец, кальций. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, фарфорға тартым, ерле; аҡбурға оҡшаш, сүсле массалар. Төҫө аҡ, һоро, һарғылт;...

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геологик формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины...

МАГМАТИЗМ

МАГМАТИЗМ, магматик тау тоҡомдарын формалаштырған магманың (ғәҙәттә, силикат эретмә) барлыҡҡа килеү, күсеү һәм ҡатыу кеүек геол. процестары йыйылмаһы. Магма мантияла һәм ер ҡабығында барлыҡҡа килә, тәрәндә (интрузив М., йәки плутонизм) һәм ер өҫтөндә (эффузив М., йәки вулканизм) ҡата; ш. уҡ баҫымдың...

МАГИЯ

МАГИЯ (гр. mageјia – сихыр), кешенең (күрәҙәсенең) кешеләргә һәм тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итә алған мөғжизәле көсөнә ышаныуға бәйле йолалар. Исламға тиклемге дини инаныуҙар, халыҡ медицинаһы һ.б. м‑н бәйле тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән. Тылсымлы йолаларҙы, ғәҙәттә, шамандар (ҡара: Шаманлыҡ),...

МАГИСТРАТУРА

МАГИСТРАТУРА, юғары белемдең икенсе кимәле. “Магистр” дәрәжәһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, “бакалавр” (ҡара: Бакалавриат) йәки “белгес” дәрәжәһе булған, өҫтәмә уҡыу курсы (2 йыл) үткән, махсус имтихандар тапшырған һәм магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған кешеләргә бирелә. Рәсәйҙә М. 1803 й. Александр...

МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ

МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ, янар газдарҙы ҙур араға (сығарыу йәки етештереү урынынан ҡулланыу урынына тиклем) ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән инженер‑техник ҡоролмалар. Ер аҫтында (траншеяла), ерҙә (тупраҡ аҫтында) һәм ер өҫтөндә (терәүҙәрҙә) һалынған М.г.т. айыралар. Эш баҫымы б‑са М.г.т. 1‑се (2,5—10 МПа)...

МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Магинск а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән К. 17 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 127 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1014 кеше; 1959 — 1687; 1989 — 1611; 2002 — 1519;...

МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

МАГИНСК УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, Ҡариҙел р‑нында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Кирҙә, Ҡорош, Магинск урман пункттары ингән. Фанер һәм технологик сеймал, ағас-таҡта, цилиндрланған бүрәнәнән буралар, утын һ.б. етештергән. 2003...

МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович

МАВРОДИЕВ Владимир Кириллович (2.2.1950, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Покровка а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Нуриман р‑ны Әтнәш урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1975 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1987 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре күсеүсе...