Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУЯН, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҠУЯН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡуян а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Һаҫыҡ Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 82 кеше; 1959 — 44; 1989 — 2387; 2002 — 3888; 2010 — 3664 кеше. Татарҙар, башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002)....

ҠУЯН, Бөрө р‑нындағы ауыл

ҠУЯН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 550 кеше; 1920 — 557; 1939 — 643; 1959 — 443; 1989 — 118; 2002 — 132; 2010 — 130 кеше. Урыҫтар, мариҙар...

ҠУЯН ҺЫМАҠТАР

ҠУЯН ҺЫМАҠТАР (Lagomorpha), имеҙеүселәр отряды. 4 ғаиләһе, 65 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ғаиләгә (ҡуяндар һәм бесәнсе ҡомаҡтар) ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе тар, оҙонса, ян- яҡтарынан бер аҙ ҡыҫылған, оҙонлоғо 28‑ҙән алып (бесәнсе ҡомаҡ) 70 см тиклем (үрғуян), ауырлығы 100 г алып 5 кг тиклем. Йөнөнөң төҫө...

ҠУЯН ҠОЛАҒЫ

ҠУЯН ҠОЛАҒЫ (Aegopodium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Евро‑ пала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә, бер төрө Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ.ҡ. (зәржә) үҫә. Нәҙек горизонталь тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙ, көпшәле, бураҙналы, бейеклеге 50—100...

ҠУЯН КӘБЕҪТӘҺЕ

  ҠУЯН КӘБЕҪТӘҺЕ (Orostachys), ҡалынъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йыллыҡ үләндәр. 1‑се йылында аҡ кимерсәкле осло ябай бөтөн итләс япраҡтар розеткаһын барлыҡҡа килтерә, 2‑се йы‑ лына унан 10—40...

ҠУШЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҠУШЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 9 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 144 кеше; 1920 — 323; 1939 — 209; 1959 — 241; 1989 — 264; 2002 — 324; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ҠУШЫ ӨЙРӘК

ҠУШЫ ӨЙРӘК (Mergus merganser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 58—66 см, ауырлығы 1,1—1,8 кг, ҡанатының ҡоласы 92—98 см. Ҡауырһын ҡапламы күпселек өлөшөндә көлһыу һоро, тамағы һәм боғағы аҡ. Инә ҡоштоң башы ҡуш...

ҠУШЪЯУЛЫҠ

ҠУШЪЯУЛЫҠ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм кәүҙә өлөшөн ҡаплап торған, биҙәлгән еңел япманан ғибәрәт традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. сәскә төшкән ҡушарлы ике ҡыҙыл кизе-мамыҡ яулыҡтан (сигеүле, тәңкә йәки уҡа м‑н биҙәлгән) торған. Япманы тәңкә, сәйлән йәки мәрйен,  ҡәнәфер орлоғонан,...

ҠУШЪЯПРАҠ

ҠУШЪЯПРАҠ (Listera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың һалҡын һәм уртаса өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда йөрәк һымаҡ Ҡ. һәм түңәрәк Ҡ. үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үләндәр, бейеклеге 5—70 см. Япраҡтары ултырма, ҡапма-ҡаршы, һабаҡтың...

ҠУШТИРӘК, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҠУШТИРӘК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡуштирәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 529 кеше; 1959 — 483; 1989 — 416; 2002 — 422; 2010 — 345 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ҠУШТАУ, шихан

ҠУШТАУ, шихан. Стәрлетамаҡ р‑ны Шихан а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 374 м, оҙонлоғо 4 км, киңлеге 1,4 км. Оҙонса һуҙылған 2 түбәле ҡалҡыулыҡ. Төньяҡ битләүе текә, көнсығышы — һөҙәк. Аҫҡы пермдең органоген эзбизташтарынан тора. Ландшафы һоро...

ҠУШНА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠУШНА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 88 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 394; 1939 — 349; 1959 — 249; 1989 — 147; 2002 — 135; 2010 — 115 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠУШМАНАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠУШМАНАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 456 кеше; 1920 — 465; 1939 — 399; 1959 — 607; 1989 — 431; 2002 — 428; 2010 — 367 кеше. Башҡорттар...

ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ҡариҙел һәм Благовещен р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Пермь- Башҡ. көмбәҙенең көньяҡ өлөшөнә тура килә. Изометрик формала (17×18 км). Ятыштары структуралы литология тибында. Урта һәм өҫкө девон ҡомташтары, ш. уҡ турней һәм фамен ярустары эзбизташтары нефтле. Ултырмалар ятышы...

ҠУШЙЫЛҒА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ҠУШЙЫЛҒА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 41 км һәм Аксаков т. юл ст. Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2007 кеше; 1920 — 2475; 1939 — 1487; 1959 — 1266; 1989 — 916; 2002 — 907; 2010 — 759 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I, тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Сибай ҡ. көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта, Ҡушалыҡыуаҡ шишмәһе (Төйәләҫ й. басс.) сығанағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. 2003 й. Ирәндек археология һәм этнография...

ҠУШАЕВА Рабиға Йәнғол ҡыҙы

ҠУШАЕВА Рабиға Йәнғол ҡыҙы [1901, Һамар губ. Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 1937, Мәскәү өлк.], ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре. 1916 й. алып Бөрйән а. мәктәбе (Һамар губ.) уҡытыусыһы. 1‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) делегаты. 1919 й. башлап РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә...

ҠУШАЕВ Хафиз Ҡушай улы

ҠУШАЕВ Хафиз Ҡушай улы [15.10. 1888, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Сәләй а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Көҙәш а.), хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны — 27.9.1937, Мәскәү], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1909—17 йй. рус армияһында. 1919—21 йй. Арғаяш кантоны хәрби комиссары...

ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР

ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР, айырытояҡлылар (Artiodactyla), имеҙеүселәр отряды. 8—9 ғаиләһе, яҡынса 180 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ярым отрядтан 4 төрө (көйшәмәүселәр — ҡабан, көйшәүселәр — ҡоралай, марал, мышы) бар. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см алып (ҡоралай) 3 м тиклем (мышы), ауырлығы 60—400 кг (ата хайуандар эрерәк). Кәүҙәһе...

ҠУТЫРБАШ

ҠУТЫРБАШ (Knautia), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, бейеклеге 30— 200 см. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ...