Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ, диндарҙарҙың изге урындарға табыныу өсөн сәйәхәте. Христиандар өсөн И.у.ғ.ҡ. урыны — Фәләстан, католиктар — Римға һәм Лорето (Италия), Лурд (Франция) ҡалаларына, православныйҙар Афон тауына (Греция), Бари ҡ. (Италия), Иерусалимға (Израиль) юллана; мосолмандар Мәккә һәм...

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1835—41 йй. А.Р.Ватлашев һәм мәхәллә халҡы хәйеренә төҙөлә, 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан бер көмбәҙле итеп һалына, ҡыңғырауҙары (төп ҡыңғырау 333 бот тартҡан) булған 3 яруслы сиркәү манараһы була, таш нигеҙгә ҡоролған суйын ҡойма м‑н...

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1868 й. сиркәү булараҡ төҙөлә, изге Сергий Радонежский хөрмәтенә епископ Филарет тарафынан изгеләндерелә. 1774 й. янған ағас сиркәү (16 б. нигеҙ һалынған) урынына һалына. 1933 й. собор статусын ала. Собор ағастан, бер көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы...

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР, доға ҡылыу сауҡалыҡтары, мәжүсилек динен тотоусы мариҙар һәм удмурттарҙың төп дини йолаларын, ғибәҙәттәрен ҡылыу урындары. Ғаилә, ырыу, дөйөм ауыл, бер нисә ауыл, бөтә мари, бөтә удмурт И.с.; табыныу объектына ҡарап, бер йәки бер нисә илаһҡа бағышланған И.с. айырыла. Йолалар, ғибәҙәттәр...

ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит

ИБРАҺИМОВ Ғәбдрәшит (23.4.1857, Тубыл губ. Тара ҡ. — 31.8.1944, Токио), ижт.‑сәйәси һәм дини эшмәкәр. “Иттифаҡ әл‑мөслимин” ҮК ағзаһы. 1867—78 йй. Тубыл, Ырымбур һәм Ҡазан губ. ауыл мәҙрәсәләрендә, 1879—85 йй. Мәҙинә, Мәккә (Сәғүд Ғәрәбстаны), Истамбул (Төркиә) ҡҡ. уҡый. 1878—79 йй. Аҡмулла өлк. уҡытыусы...