Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕДИАТРИЯ

ПЕДИАТРИЯ (гр. páis — бала һәм iatreáia — дауалау), балалар организмының анатомик‑физиол. үҙенсәлектәрен, балалар ауырыуҙарының үҫеш сәбәптәрен һәм механизмдарын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Башҡортостанда П. формалашыуы 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт....

ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ

ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ, кеше һәм хайуан организмында ауырыу билдәләре булған процестарҙың барлыҡҡа килеүе, барышы, аҙағы һәм компенсатор‑яраҡлашыу реакциялары законлыҡтарын өйрәнгән медицина һәм ветеринария өлкәһе. Кеше П.ф. Башҡортостанда кешенең П.ф. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ла...

ПАРОДОНТИТ

ПАРОДОНТИТ (гр. pará — эргәһендә, янында, тышында һәм odús, odóntos — теш), теш тамырын уратып алған тоташтырғыс туҡыманың һәм яңаҡтың альвеоляр үҫентеһе һөйәк туҡымаһының көсәйгән деструкцияһы. Киң таралыш алған (ысын), системалы (аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында) һәм локаль (пародонттың сикләнгән бер...

ПАРАПРОКТИТ

ПАРАПРОКТИТ (гр. pará — эргәһендә, ҡырында, тышында һәм prōktós — арт юл), тура эсәк тирәләй күҙәнәкле туҡыманың шешеүе. Процестың активлығына ҡарап киҫкен, инфильтратив, хроник П. (тура эсәктең бөтәү яраһы); килеп сығышына ҡарап — баналь, специфик, травманан һуңғы П.; урынына ҡарап тире аҫты, тиресә...

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең паразиттар тыуҙырған ауырыуҙар төркөмө. Кешенең П.а. Медицинала П.а. иң ябайҙар (протозойлылар йәки протозооздар), гельминттар (гельминтоздар), ш. уҡ быуынтығаяҡлылар (энтомоздар һәм акароздар) тыуҙырған ауырыуҙар инә. Тыуҙырыусының ауырыу...

ПАНКРЕАТИТ

ПАНКРЕАТИТ (гр. paјnkreas — ашҡаҙан аҫты биҙе), ашҡаҙан аҫты биҙенең шешеүе. Киҫкен П. (КП) һәм хроник П. (ХП) айырыла. Сәбәптәре: бауырҙан тыштағы үт сығарыу юлдары ауырыуҙары; токсиндар, алкоголь һәм уның суррогаттары тәьҫире, травмалар һ.б. КП төп клиник сағылышы — уратып көслө эс ауыртыу, ҡоҫоу...

ПАНДИКОВ Геннадий Александрович

ПАНДИКОВ Геннадий Александрович (12.5.1899, Ҡазан губ. Усолка а. — 10.6.1961, Омск ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1957), профессор. РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). Омск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1925) шунда уҡ эшләй: 1932—36 йй. уҡытыу‑ғилми бүлек дир. урынбаҫары,...

ПАНАРИЦИЙ

ПАНАРИЦИЙ (лат. рanaricium), бармаҡ туҡымаларының эренләп шешеүе. Кеше П. Өҫкө ҡатлам, йыланҡараҡ (паронихия), тире аҫты, һеңер, һөйәк (остеомиелит), бармаҡ быуыны (эренле артрит) П. һәм пандактилит (бармаҡтың бөтә туҡымалары шешеүе) айырыла. Микротравмалар алғанда (шырау ҡаҙалыу, сәнселеү, тырналыу...

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович (10.9.1885, Мәскәү — 6.12.1972, Киев), биохимик. СССР ФА (1942), СССР Мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1946—62 йй. президент) акад., Белорус ССР‑ы ФА‑ның почётлы акад. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1955). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1935). Петербург ун‑тын...

ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ

ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ. Иглин т. юл ст. 90 км алыҫлыҡта Нуриман р‑ны Павловка а. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 1955 й. туберкулёз м‑н ауырыған балаларҙы, 2005 й. алып тын юлдары һәм аш һеңдереү системаларын дауалау...

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы (25.5. 1946, Өфө — 8.7.2014, шунда уҡ), гастроэнтеролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 1972 й. тиклем һәм 1975—76 йй. Өфөнөң 8‑се ҡала дауаханаһында, 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001–06 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тында) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...