Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЛОПЛАНТ

АЛЛОПЛАНТ (алло... һәм лат. plantо — ултыртам), кеше һәм хайуандың коллагенлы туҡымаларынан алынған биотрансплантация материалы. Э.Р.Мулдашев етәкс. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә эшләнә, 1987 й. РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан клиник ҡулланыуға тәҡдим ителә. А. эшләү өсөн төп сеймал булып...

АЛЛЕРГОЛОГИЯ

АЛЛЕРГОЛОГИЯ (алло..., гр. ergon — тәьҫир һәм ...логия), аллергия ауырыуҙарының һәм реакцияларының барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник барышын өйрәнеүсе, уларҙы иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау алымдарын эшләүсе медицина фәнебүлеге. Башҡортостанда А. б‑са тикшеренеүҙәр 1934 й....

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

АЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, организмдың аллергендар тәьҫиренә яуап биреү һәләтлеге үҙгәргәндә барлыҡҡа килә. А.а. поллиноз, атопик дерматит, бронхиаль астма, кесерткән биҙгәге, Квинке шешенеүен һ.б. индерәләр. А.а. барлыҡҡа килеү сәбәптәре: тире ҡатламдарының һәм лайлалы тиресәләрҙең үткәреүсәнлеге артыуы,...

АЛКОГОЛИЗМ

АЛКОГОЛИЗМ, спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник ауырыу. А. өс үҫеш стадияһы бар. Беренсе стадияһына спиртлы эсемлектәрҙе даими арта барған миҡдарҙа ҡулланғанда алкоголгә толерантлыҡ артыуы, уға психик бәйләнгәнлек барлыҡҡа килеүе хас; икенсе стадияһы абстинент (эскелек...

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ

АКУШЕРЛЫҠ ҺӘМ ГИНЕКОЛОГИЯ, ауырға ҡалыу, йөклөлөк, бала табыу һәм бала тыуғандан һуңғы осор (акушерлыҡ), ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөктән тыш енес системаһы ауырыуҙары, уларҙы дауалау, иҫкәртеү (гинекология) м‑н бәйле ҡатын-ҡыҙ организмының физиол. һәм патологик процестарын өйрәнеүсе клиник медицина өлкәһе. Респ....

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА

АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. БР‑ҙың Бәләбәй р‑нында, Бәләбәй ҡ. 10 км алыҫлыҡта Аксаков а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра —17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1890 й. О.Г.Аксакова (С.Т.Аксаковтың ейәнсәре) тарафынан хосуси ҡымыҙ дауаханаһы...

АЗУРИТ

АЗУРИТ (фр. azur — асыҡ зәңгәр), карбонаттар класы минералы, Cu3[СO3]2(OH)2. Пластинка һәм ҡыҫҡа призма рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Агрегаттары ҡатлаулы, бөртөклө. Төҫө ҡуйы зәңгәр, сағыу, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,4—4,0; тығыҙлығы 3770—3890 кг/м3; йәбешкәклеге уртаса; мурт, кислотала...

АГАДЖАНЯН Николай Александрович

АГАДЖАНЯН Николай Александрович (28.1.1928, Әзерб. ССР‑ы Хачмас а. — 27.12.2014, Мәскәү ҡ.), физиолог. РФА академигы (2013), Рәсәй медицина ФА академигы (1993), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы...