Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ

Просмотров: 728

ӨФӨ ФӘН ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР УНИВЕРСИТЕТЫ, 2022 й. Башҡорт дәүләт университетын һәм Авиация техник университетын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Университет составына 3 факультет (авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт; башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика; “БДК‑ӨМЭПБ” эргәһендәге инженерҙар әҙерләү), “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе, 10 институт (гуманитар һәм социаль фәндәр; информатика, математика һәм робототехника; тарих һәм дәүләт идаралығы; хоҡуҡ; тәбиғәт һәм кеше; технологиялар һәм материалдар; химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау; иҡтисад, идара итеү һәм бизнес; электротехник инжиниринг; физика‑техника), хәрби уҡыу үҙәге, өҙлөкһөҙ белем биреү институты, редакция-нәшриәт үҙәге, Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. филиалдар инә. Китапханалары, музейҙары, “Авиатор” спорт‑белем биреү үҙәге бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр һәм магистр дәрәжәләре бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп уҡыу, ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 150 йүнәлеш һәм 700‑ҙән ашыу уҡыу программаһы буйынса алып барыла. Аспирантура, докторантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары эшләй. Университетта 45 мең Рәсәй һәм 2 меңдән ашыу сит ил студенты уҡый. Профессор‑уҡытыусылар составында 2,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, шуларҙың 1,5 меңе доктор һәм фән кандидаттары (2024). Университет “Өҫтөнлөк 2030” программаһында, шулай уҡ Евразия ғилми‑белем биреү үҙәгенең технологик проекттарын үтәүҙә ҡатнаша. Белоруссия, Вьетнам, Германия, Иран, Катар, Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Мексика, Молдова, Сербия, Тажикстан, Үзбәкстан, Финляндия, Һиндостан, Швейцария, Шри‑Ланка, Әзербайжан университеттары һәм ғилми‑тикшеренеү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә. Университетта Вестник башкирского университета, “Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты хәбәрҙәре”, Вестник УГАТУ, “Системалы инженерия һәм мәғлүмәт технологиялары”, “Өфө математика журналы” һ.б. ғилми журналдар сығарыла. Ректоры – В.П.Захаров (2022 й. алып).

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 11.03.2024
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2024
Связанные темы рубрикатора: