Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 965

ЭКОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, экология, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Биология буйынса белем биреү, география буйынса белем биреү, нефть буйынса белем биреү, химия һәм химик технология белеме биреү һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Баш­ҡортостанда Э.б.б.б. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында ботаника һәм зоология кафедралары асылғандан һуң үҫеш ала (1930). Юғары белемдең үҙ аллы тармағы булараҡ 20 б. 2‑се ярт. формалаша. Дөйөм белем биреү мәктәбендәге дөйөм Э.б.б.б. системаһында өйрәнелгән дисциплиналар: башланғыс кластарҙа — тирә‑яҡ донъя, урта — биология һәм экология, юғары кластарҙа — экология нигеҙҙәре м‑н химия. БР Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу әсбаптары эшләнә, Б.М.Миркиндың “Экология: 10—11 кластар” дәреслеге (2009) һ.б. төҙөлә. Өҫтәлмә дөйөм Э.б.б.б. йәш натуралистар, йәш туристар станцияларында, Респ. балалар экология‑биол. үҙәгендә (Өфө), Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгендә, район экология үҙәктәрендә (ҡара: Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары) алына. Экологик проекттар б‑са уҡыусыларҙың респ. район олимпиадалары, экологик слёттар үткәрелә. Юғары Э.б.б.б. белгестәре БДАУ­ҙа, БДПУ‑ла, БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, ӨДИСА‑ла, ӨДНТУ‑ла, СДПА‑ла һ.б.; урта махсус белемле белгестәр Октябрьский нефть колледжында, Урман хужалығы техникумында һ.б. әҙерләнә. Өҙлөкһөҙ белем биреү программаһы ӨДАТУ‑ның, ӨДИСА‑ның, ӨДНТУ‑ның аспирантураһында ғәмәлләштерелә. Өҫтәлмә проф. Э.б.б.б. Тармаҡ‑ара институтта, Экология үҙәгендә алына. Э.б.б.б. координациялау БР Мәғариф министрлығы, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. “Башҡортостан Республикаһында экология буйынса белем биреү тураһында” законы (1997—2008), “1998— 2001 йылдарға Башҡортостан Республикаһында экология буйынса белем биреү” программаһы эшләй. Э.б.б.б. үҫешенә Ә.М.Гәрәев, Ю.С.Зимин, А.Р.Ишбирҙин, Г.Ғ.Йәғәфәрова, Н.Н.Красногорская, А.Ю.Кулагин, Миркин, Л.Ғ.Наумова, Т.Д.Хлебникова, Р.М. Хәзиәхмәтов һ.б. өлөш индерә.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019