Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит

Просмотров: 1434

ЯМАЛЕТДИН Мәүлит (ысын исеме Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы; 5.3.1947, БАССР‑ҙың Учалы районы Аһылай а. — 8.11.2020, Учалы ҡ.), яҙыусы, ҡурайсы. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1983). А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү ҡ., 1987), БДУ‑ны (2001) тамамлаған. 1971—89 йй. Баймаҡ, Сибай, Учалы һ.б. ҡалаларҙың балалар музыка мәктәптәрендә эшләй; 1990—96 йй. һәм 2005—08 йй. Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары; 1996 й. алып Ватандаш журналының баш мөхәррир урынбаҫары, 1997 й. — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Секретариатында бүлек мөдире, 2001—03 йй. Ағиҙел журналы хеҙмәткәре. “Ирәмәл” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 й. сыға. “Таң йондоҙо” (1986), “Ыҙан” (2003) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Ҡот” (1995) китабы һ.б. авторы. Я. ижадына халыҡсанлыҡ, метафорик образлылыҡ, фекер тәрәнлеге хас. “Ҡуласа” (2006) романы Ҡобағош сәсәнгә, “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” (1991) повесы М.Л.Мортазинға арналған. “Һуңғы йот” (1987) повесында 1921—22 йй. аслыҡтың трагик ваҡиғалары тасуирлана. Ғәзәл, новелла, робағи һ.б. ижад итә. Ҡөрьән сүрәләрен (“Ҡөрьән. Мәүлит Ямалетдиндың шиғри тәржемәләре”, 2002; “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма”, 2017), А.А.Ахматова, С.А.Есенин, В.М.Шукшин һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Матбуғатта ижтимағи‑сәйәси проблемалар, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт тураһындағы мәҡәләләр менән сығыш яһай. “Төндә мөмкин” (“Ночью можно”; “Башҡортостан” киностудияһы, 2004) ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмында төп ролде башҡара. Ҡурайсы Я. репертуарына башҡ. оҙон көйҙәренең классикаһы инә. Үҙе тарафынан нотаға һалынған башҡ. халыҡ көйҙәре ингән “Һыҙҙырт әле ҡурайыңды” (1994) йыйынтығын төҙөүсе. Учалы музыка училищеһының фольклор бүлеген ойоштороусы (1991—92 йй. ҡурайсылар ансамбле етәксеһе). Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө ҡ., 1977). “Ирәмәл” Башҡорт халыҡ үҙәге идараһы рәйесе (1990—91). М.Мортазин исемендәге (1991), Ф.Кәрим исемендәге (2007), Р.Хисаметдинова исемендәге (2009), М.Буранғолов исемендәге (2017) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2019).

 Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2013—2017.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.02.2024
Связанные темы рубрикатора: