Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕБАШ МӘҘРӘСӘҺЕ

Просмотров: 1175

СТӘРЛЕБАШ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары уҡыу йорто. 1720 й. Нуғай даруғаһының Тәлтем‑Юрматы улусы Стәрлебаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйер, иғәнә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесына мөҙәрис м‑н мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең өлкән, уртансы кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир‑ат ҡабул ителгән. Уҡытыу бушлай була. Уҡыу курсы — 6—10 йыл. Уҡытыу яңы ысул б‑са (ҡара: Йәдитселек) алып барыла, уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә ала. Уҡыу программаһына ғәрәп теле, фарсы теле, ҡаҙаҡ теле, төрки теле, хәҙистәрҙе өйрәнеү, Ҡөрьән тәфсире, мосолман догматикаһы, ислам тарихы һәм филос., логика (мантыҡ), фикһ, ш. уҡ урыҫ теле, геогр., грамматика, тарих, арифметика, тәбиғәтте өйрәнеү һ.б. инә. С.м. китапханаһы, ашханаһы, ҡунаҡханаһы, магазины, мунсаһы, баҡсаһы, һыу үткәргесе була. С.м. м‑н Туҡаевтар, Ғ.Усман, уны тамамлаған Ш.Зәки, Ш.Й.Мәхмүтов, Ғ.Соҡорой һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәҙрәсәлә башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар һ.б. төрки халыҡ вәкилдәре уҡый. 19 б. башында мәҙрәсәлә — 200, 1870‑се йй. 600 шәкерт белем ала, улар араһында Аҡмулла, К. Арыҫланов (ҡара: Арыҫлановтар), М.М.Биксурин, Ғ.Ғәбдрәхимов, Ә.А. Дәүләтшин, Х.Жданов, Т.Йәнәби, Ә.Ҡарғалы, Ғ.Рафиҡи, М.М.Рәмиев, З.Х. Рәсүлев, М.Х.Солтанғәлиев, Ғ.Сөләймәнов, Ғ.Сәиди, Һ.С.Сәлихов, М.М.Туҡаев. 1919 й. ябыла. Мөҙәристәре: Х.Ғабдрахманов, Г.Богданов, Д.Ғәҙелшин, Н.Б.Туҡаев, Мөхәмәтхарис Н.Туҡаев, Мөхәмәтхаррас Н.Туҡаев, Л.М. Туҡаев, Ғабдулла М.Туҡаев, Ғәбиҙулла М.Туҡаев, Х.М.Туҡаев, М.М.Туҡаев. Мәҙрәсә үҙенең 30‑ҙан ашыу бинаһында урынлаша.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019