Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ

Просмотров: 1178

УРАҘ АГРАР ЛИЦЕЙЫ, Учалы районында урынлашҡан. 1906 й. мәктәп булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1966 й. — урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 2020 й. Т.Й.Ғиниәтуллин исеме бирелгән. Учалы районы Ишмәкәй а. филиалы эшләй. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты, теплицаһы, йәшелсә һаҡлағысы, ярҙамсы хужалығы, мәктәп яны һәм уҡытыу‑производство участкалары, авто‑ һәм ауыл хужалары машиналары бар. “Умартасылыҡ” һәм “Ауыл хужалығы производствоһы тракторсыһы” һөнәрҙәре буйынса әҙерлек алып барыла. У.а.л. эргәһендә балалар баҡсаһы эшләй. Уҡыу йортон 1,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Ғ.З.Аллаяров, Т.Й.Ғиниәтуллин, Н.Х.Заһиров, З.С.Тереғолова.

У.М.Байғусҡаров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.11.2022
Связанные темы рубрикатора: