Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНТАУ

Просмотров: 4366

ЯМАНТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы иң бейек тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет районында Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендәге Инйәр һәм Кесе Инйәр йй. араһында урынлашҡан. Абсолют бейеклеге 1640 м, оҙонлоғо 5 км, киңлеге яҡынса 4 км. Формаһы һуҙылған. Битләүҙәре текә, төньяҡта — киртләсле, көньяҡта һәм көнсығышта һаҙланған. Билән менән айырылған 2 түбәһе — Оло (1640 м) һәм Кесе (1510 м) Я. бар. Түбәләре көмбәҙ рәүешендә, киртләсле, битләүҙәрендә курумдар таралған; төньяҡҡа табан 2 армыт — Шәкетар (1174 м) һәм Ҡарауыл (1235 м) тауҙары һуҙыла. Урта рифейға ҡараған егәлгә свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы‑аҡ шыршы урмандары көрәнһыу урман, болон, тау тундраһы тупраҡтарындағы бейек үләнле тау болондары һәм тау тундралары ҡатыш һирәк урмандар менән алмашына. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: ике енесле энәле көртмәле, ирәмәл алтын тамыры, ирәмәл тырнағуты, Крылов зыягөлө, күгелйем төлкөғойроҡ, Леман таутишәре, тығыҙ бетүлән, урал ҡамғағы һ.б.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.12.2022