Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРҒАЯШ КАНТОНЫ

Просмотров: 1146

АРҒАЯШ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантонға Екатеринбург өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Шадринск өйәҙенең 18 улусы инә. Төньяҡта — Екатеринбург, көньяҡта Силәбе губерналары менән сиктәш була. Административ үҙәге — Арғаяш ауылы. Майҙаны — 5246 км2 (1922).

 Халҡы: 1920 й. — 83831 кеше, 1926 й. — 100851 (башҡорттар — 40984, мишәрҙәр — 26468, татарҙар — 1127, урыҫтар — 31897 һ.б.). 1926 й. 7 июнендә А.к. составына Урал өлкәһе Свердловск округының Губерна һәм Кузнецк ауыл советтарынан төҙөлгән Губерна улусы (үҙәге — Губерна а.) инә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 й. 15 декабрендәге декреты менән А.к. 5 улус ойошторола, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1926 й. 14 июне декреты менән — 6.

 Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны 104,3 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. бойҙай сәсеүлеге — 54,7 мең, һоло — 41,1 мең, арыш — 6,2 мең, арпа — 0,6 мең, картуф — 0,7 мең, етен — 0,6 мең; һыйыр малы һаны — 57273 баш, йылҡы — 38910, һарыҡ — 71525, кәзә — 2692, сусҡа — 2317. 8 баҙар була (1926). 1‑се баҫҡыс 95 мәктәп (башҡ. телендә уҡытыу — 65, татар — 14, урыҫ телендә 16 мәктәптә алып барыла; 1926); 5 дауахана һәм 8 амбулатория (1930); китапхана һәм 18 уҡыу өйө (1929) иҫәпләнә.

 1930 й. 20 авгусында кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Арғаяш районы (Арғаяш, Губерна, Мөхәмәтҡолой улустары, өлөшләтә Ҡараболаҡ улусы) һәм Ҡоншаҡ районы (Бүре, өлөшләтә Ҡараболаҡ һәм Ҡоншаҡ) составына инә.

 Әҙәб.: Х а к и м о в Р.Ш. Аргаяшская земля: история и современность. Челябинск, 2005.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2023