Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРҒАЯШ РАЙОНЫ

Просмотров: 1310

АРҒАЯШ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан. 1930 й. 20 авг. БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны терр‑яһында ойошторолған (ҡара: Административ район). Майҙаны — 3306 км2. Район үҙәге — Арғаяш ауылы. Районда 1 ҡасаба һәм 17 ауыл советы, 163 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 54,9 мең кеше (1930), башҡорттар өҫтөнлөк иткән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, иген культуралары һәм мал аҙығы культураларын үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 56 дөйөм белем биреү мәктәбе, 3 дауахана, мәҙәниәт һарайы, 5 клуб учреждениеһы, китапхана булған. “Еңербеҙ гәз. сыҡҡан. 1934 й. 17 ғин. Силәбе өлк. тапшырыла (ҡара: Арғаяш милли округы). 2010 й. районда 12 ауыл советы, 85 торама пункт булған. Халҡы — 42,5 мең кеше, ш. иҫ. башҡорттар (60%), уларҙың төп өлөшө Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай. Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур ауылдар (2002): Аҡбаш, Байғаҙы, Байрамғол, Дәрбиш, Ишәле, Көҙәш, Ҡорман, Мәтәле, Яңы Соболев, Яратҡол һ.б. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 17 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Арғаяш а. — “Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы башҡорттары ҡоролтайы” (2001 й. алып), Арғаяш башҡорт халыҡ театры (1989 й. алып), “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле, “Тамсылар” балалар вокаль ансамбле; Ҡолой а. “Ҡолой моңдары” фольклор ансамбле эшләй. “Арғужа” гәз. сыға (1989 й. алып). Ғ.И.Баймырҙин, Н.В.Бикбулатов, Д.Ж.Вәлиев, К.К.Кинйәбулатова, Р.Ф.Көсөков, Х.Ҡ.Ҡушаев, Ғ.Ғ.Мырҙағәлимов, Х.Ш.Самохужин, Д.А.Талхина, Н.Т.Таһиров, Т.Ш.Шафиҡов ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2023