Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 1098

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы (өйәҙгә Пермь наместниклығы Далмат өйәҙенең бер өлөшө ҡарай), 1919 й. — Екатеринбург губернаһы составына инә. 19 б. аҙағында төньяҡта — Пермь губернаһының Ҡамышлы өйәҙе, көнсығышта — Тубыл губернаһы, көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта — Екатеринбург өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Шадринск ҡалаһы. Майҙаны — 17298,3 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 100383 кеше (ш. иҫ. башҡорттар6101), 1870 й. — 249132, 1897 й. — 310669 (башҡорттар — 15342, мишәрҙәр — 17531, урыҫтар276537 һ.б.). 19 б. аҙағында өйәҙҙә 301141 крәҫтиән, 7045 мещан, 596 дворян, 305 сауҙагәр һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 33312, православие динендәгеләр — 277151 (ш. иҫ. 24429 старообрядсы) һ.б.

 Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң, Ш.ө. территорияһында 3‑сө башҡорт кантоны ойошторола. 1869 й. өйәҙҙә 386 торама пункт була. 1874 й. 3 станға, 46 улусҡа бүленә. 19 б. 2‑се яртыһында башҡорттарҙың төп өлөшө Бүре һәм Түләк улусының 33 ауылында йәшәй. Халыҡ башлыса игенселек менән шөғөлләнгән. 1872 й. 44 тире иләү, 41 күн, 22 май һығыу предприятиеһы эшләй. Йәрминкәләр, ш. иҫ. Крестовский‑Иваново йәрминкәһе (19 б. аҙағында Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе), үткәрелә. Пермь тимер юлының Синара‑Шадринск участкаһы төҙөлә (1913). 82 сиркәү һәм 43 мәсет иҫәпләнә (1870). 1923 й. өйәҙ бөтөрөлә, территорияһы Урал өлкәһенең Шадринск округы составына инә.

 Әҙәб.: Список населённых мест по сведениям 1869 года. Пермская губерния. СПб., 1875; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023