Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИНЕВ Әмир Мөхәмәт улы

Просмотров: 1619

ӘМИНЕВ Әмир Мөхәмәт улы (1.1.1953, БАССР‑ҙың Ғафури районы Һабай а.), яҙыусы. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (1993) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлағандан һуң (Мәскәү ҡ., 1980) “Ағиҙел” журналында хеҙмәткәр, яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары. 1998 й. алып “Шоңҡар” журналының, 2002—16 йй. “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире. “Ҡайын япрағы” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1981 й. сыға. “Йәшлек моңдары” (1989) хикәйәләр йыйынтығында мөхәббәт һәм әхлаҡ темаһын сағылдыра. “Мең дә бер ғазап” (1995) повесында фашист концлагерына эләккән башҡорт уҡытыусыһының образы тыуҙырыла. Йәмғиәттең, осорҙоң һәм шәхестең социаль‑әхлаҡи проблемалары шулай уҡ “Бер кәмәлә” (2016) һ.б. китаптарында һүрәтләнә. Хәҙерге проза тураһында бер нисә мәҡәлә авторы. В.И.Белов, Т.Й.Ғиниәтуллин, К.Ф.Йыһаншин, А.П.Платонов, В.Г.Распутин, Ш.С.Хәзиәхмәтов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән.  Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты (2012).Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

   Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡапҡа: повестар, хикәйәләр. Өфө, 2003; Ҡәләмдәштәргә һүҙ: мәҡәләләр, рецензиялар, сығыштар, әңгәмәләр. Өфө, 2011; Китай‑город: повести и рассказы. Уфа, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

С.Ғ.Сафуанов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021
Связанные темы рубрикатора: