Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБҮЛӘКАРҠА, һырт

Просмотров: 838

АҠБҮЛӘКАРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет районы буйлап Рау һәм Соҡаяҙ йй. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) башынан меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 5 км; һырттың абсолют бейеклеге 583 һәм 575 м еткән 2 түбәһе бар. Төньяғында төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрҙәге 3 эре уйһыулыҡ, ҡоролоҡло йылдарҙа ваҡытлы һәм юғалыусы йылғаларҙың ҡоро үҙәндәре айырылып тора. Көнсығыш битләүҙәре буйлап оҙонлоғо 400 м һәм киңлеге яҡынса 200 м булған тигеҙләнгән уйһыулыҡ һуҙыла. Өҫкө рифейҙың ҡытау, инйәр һәм минйәр свиталары алевролиттары, эзбизташтары, доломиттары, ҡомташтары һәм һәүерташтарынан ғибәрәт. Ландшафтары серемтәле‑карбонатлы тупраҡтағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан тора. Итәктәрен һәм тигеҙләнгән биләмәләрен төрлө үләнгә бай болондар ҡаплаған. Көтөүлек һәм сабынлыҡ итеп файҙаланыла.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023